БСТ | Яңылыҡтар
история за 10 днейобновляется раз в 6 ч – 3 дняНовости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Динамика и события
Маркеры: «@» — упоминание в другом канале, «Р» — рекламный пост с erid
Последние посты
- видео
Өфө ҡалаһы Затон биҫтәһендә Осоусылар скверы асылды Ул элекке Өфө юғары Хәрби авиация осоусылар училищеһы биләмәһендә, Осоусылар урамында урынлашҡан. Йәмәғәт биләмәһендә Өфө юғары хәрби авиация летчиктар училищеһы ветерандарына һәм сығарылыш уҡыусыларына арналған арт-объект, эскәмйәләр, ҡыуаҡтар һәм ағастар ултыртылған.
Открыть в MAX- Просмотры
- 16
- ER
- 6,3%
- Реакции
- 1
- видео
Өфөлә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса мәктәп кабинеттары яңыртыла Өфө мәктәптәрендә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә физика, музыка һәм һынлы сәнғәт кабинеттары яңыртыла. Барлығы 800-ҙән ашыу мәғариф учреждениеһы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылыр тип көтөлә. Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы федераль проектта тәүгеләрҙән булып ҡатнаша.
Открыть в MAX- Просмотры
- 25
- ER
- —
- Реакции
- —
- видео
Башҡортостандың биш белем усағына билдәле шәхестәрҙең исемдәре бирелде Республиканың биш белем усағына билдәле шәхестәр исеме бирелде. Шуларҙың береһе Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәктәбе. Хәҙер ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина исемен йөрөтә. Ошо уңайҙан мәғариф усағында тантаналы йыйылыш үтте.
Открыть в MAX- Просмотры
- 34
- ER
- —
- Реакции
- —
- видео
Башҡортостанда 29 йәшкә тиклемге йәш ғалимдар һаны 900-ҙән ашҡан Башҡортостан йәштәренең күбеһе киләсәген фән менән бәйләргә ҡарар итә. Ике йыл эсендә генә 29 йәшкә тиклемге ғалимдар яҡынса 40 кешегә артып, 900-ҙән ашып киткән. Ни өсөн бының мөһим булыуы хаҡында социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 43
- ER
- —
- Реакции
- —
- фото
Башҡортостанда вокзал һәм аэропортта такси эшмәкәрлеге көйләнә Республика парламентында проект әҙерләнгән, ул пленар ултырышта ҡарала. Спикер Андрей Назаров билдәләүенсә, бындай урындарҙа пассажирҙарҙы лицензияһы булған таксистар ғына йөрөтә ала. Улар ишек янында һәм залда клиент эҙләмәй, машиналар махсус урынға ҡуйыла. Был иһә пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә. Вокзал һәм аэропортҡа килеп төшөү менән республика тураһында тәүге тәьҫораттар була, шуға такси хеҙмәтендә лә тәртип кәрәк, тине Андрей Назаров.
Открыть в MAX- Просмотры
- 157
- ER
- 1,9%
- Реакции
- 3
- фото
Өфөлә ҡотҡарыусылар пенсионерға ярҙам иткән 66 йәшлек ир ағас башына менеп ботаҡтарҙы киҫкән. Аяғы тайып киткән һәм 6 метр бейеклектә ике олон араһында ҡыҫылып ҡалған. Ҡотҡарыусылар махсус ҡорамалдар ярҙамында ағастарҙы айырып ирҙе ергә төшөргән. Пенсионерҙың һаулығына әллә ни ҙур зыян килмәгән, ул дауаханаға барыуҙан баш тартҡан.
Открыть в MAX- Просмотры
- 163
- ER
- —
- Реакции
- —
- видео
«Салауат Юлаев» хоккейсылары 0:3 иҫәбенән һуң дүрт шайба индерҙе Хатта. иң өмөтһөҙ уйынды ла ҡотҡарырға була. Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары камбэк яһап, «Амур» клубын еңеүгә өлгәште. Хабаровскиҙа уҙған осрашыу юлаевсылар өсөн уңышһыҙ башланды. Улар икенсе осорҙа 0-3 иҫәбе менән еңелеп барҙы. Шуға ҡарамаҫтан яҡташтарыбыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, яуап шайбалаларҙы индерҙе.
Открыть в MAX- Просмотры
- 279
- ER
- 1,1%
- Реакции
- 3
- видео
Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Республика фольклор бейеүҙәре конкурсы үтте Республика район-ҡалаларынан тиҫтәләрсә ижади коллектив биш төрлө номинацияла сығыш яһаны. Улар араһында Хәйбулла районынан «Ҡош юлы» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле лә бар. Коллектив баһалама ағзалары иғтибарына үҙ төбәгенә хас халыҡ ижады өлгөләрен тәҡдим итте.
Открыть в MAX- Просмотры
- 220
- ER
- —
- Реакции
- —
- видео
Өфөлә Рәсәй гвардияһы яугирҙары балалар өсөн хәүефһеҙлек дәресе үткәрҙе Өфөлә Рәсәй гвардияһы яугирҙары «Бергә» ғаилә үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн хәүефһеҙлек дәресен үткәрҙе. «Вечность» инициатив төркөмө хәрбиҙәре ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар менән осрашты, уларҙы хәрби кейем һәм ҡорамалдар менән таныштырҙы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 201
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 1
- видео
Ҡариҙел районында тарихты һәм халыҡ моңдарын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә Ҡариҙел районында тарихи үткәндәргә һаҡсыл ҡараш һәм халыҡ моңдарын популяштырыуға етди иғтибар бүленә. Тарих арбаһын әйләндереүселәр, оҫта музыканттар, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән районда боронғо көй-моңдар өр-яңы яңғыраш ала. Эштә лә, сәхнәлә лә ал бирмәүселәр менән БЮТ ижади төркөмө осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Открыть в MAX- Просмотры
- 245
- ER
- 0,8%
- Реакции
- 2
Показано 10
Данные: публичные посты и страницы канала в MAX. Метрики версии v1, срез 20.10.2026. Как мы считаем.