Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    «Әй йола» төркөмөнөң «Һомай» хиты фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара турнирҙа яңғыраны 13 йәшлек Кипр ҡыҙы Оливия Базлова үҙенең сығышы өсөн башҡорт композицияһын һайлаған. Был ҡарарҙы уның тренеры Ирина Моисеева ла хуплаған. Йәш спортсы Словения боҙона ғәҙәти булмаған образда сыға, уның программаһы өсөн махсус рәүештә башҡорт орнаменттары һәм биҙәүестәре менән костюм тегелә. Яңы программа өҫтөндә эшләүгә радио аша ишеткән «Әй йола» музыкаһы илһамландырған. Күңелгә шунда уҡ ятҡан йырға хореограф Елена Мухина бейеү һалған.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    267
    ER
    3,0%
    Реакции
    8