Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Өфөлә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән ҡасҡан ҡыҙыл мотоциклдағы ҡыҙҙың шәхесе асыҡланған Социаль селтәрҙәргә «Хонда» мотоциклы водителенең инспекторҙың законлы талабына туҡтамаған видеяоҙма һалына. Оператив ғәмәлдәр барышында ҡағиҙә боҙоусы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡулға алына. Асыҡланыуынса, рулдә Өфөнән 20 йәшлек ҡыҙ була. Эҙләүҙе байкерҙың социаль селтәрҙә даими рәүештә видеояҙма ҡуйыуы еңеләйтә. Водителгә административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодекстың бер нисә статьяһы буйынса протокол төҙөлә. Мотоцикл махсус туҡталҡаға оҙатыла.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    179
    ER
    1,1%
    Реакции
    2