Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Стәрлетамаҡтағы янғында зыян күреүселәрҙең береһе санавиация менән Өфөгә килтерелгән Ҡыҙ 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү бүлегенә һалынған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ғәҙәттән тыш хәл кисә «Ҡояшлы» сауҙа-сервис комплексында теркәлде. Унда 4 кешенең ғүмере өҙөлдө, уларҙың өсәүһе бер туған апалы-һеңлелеләр. Бынан тыш, 11 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Ут ҡамауында ҡалыусыларға тәҙрә аша һикерергә тура килгән. Ҡазаға тарыусыларға тәүгеләрҙән булып Даниил Исаев ярҙам күрһәткән. Был ваҡытта ул магазинға тауар бушатырға килгән булған.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    185
    ER
    0,5%
    Реакции
    1