Пост канала
- видео
Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе вазифаһына тәҡдим ителде Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе вазифаһына тәҡдим ителде. Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров хәбәр итте. Тәҡдим иртәгә парламент ултырышында ҡараласаҡ. Андрей Назаров Премьер-министр вазифаһында ете йыл эшләне. Уның кандидатураһы 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауға индерелде. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров иң күп тауыш йыйҙы. Радий Хәбиров шулай уҡ бөгөн Премьер-министр вазифаһын Александр Шельдяевҡа йөкмәтеү тураһындағы Указға ҡул ҡуясағын белдерҙе.
Открыть в MAX- Просмотры
- 223
- ER
- —
- Реакции
- —