Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Өфөлә ғалим-философ Зөһрә Рәхмәтуллинаның юбилейына арналған ғилми ултырыш үтте Фәлсәфәүи тормош мәктәбе. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында билдәле ғалим-философ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Рәхмәтуллинаның юбилейына арналған киңәйтелгән ғилми ултырыш үтте. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләләренә арналған 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы. Уның етәкселегендә ике тиҫтәләп фән кандидаты һәм докторы әҙерләнгән.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    246
    ER
    —
    Реакции
    —