Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Шайморатов батальоны яугирҙары Константиновкала халыҡты эвакуациялай Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны яугирҙары Донецк халыҡ республикаһының Константиновка ҡалаһында йәшәүселәрҙе эвакуациялай. Башлыса өлкән йәштәгеләр, инвалидтарҙы хәүефһеҙ урынға сығарыу дошман дрондары һөжүме аҫтында үтә. Батальон яугирҙары уларға ҡаршы автоматтарҙан ут аса һәм бәреп төшөрә. Украина ҡораллы көстәре тере ҡалҡан рәүешендә файҙаланылған кешеләрҙе эвакуациялағанда Шайморатовсылар техникаларын да юғалта. Иң мөһиме урындағы халыҡ бәрелештәр барған ерҙән ситкә сығарыла.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    195
    ER
    —
    Реакции
    —