Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Өфөлә балалар өсөн «Урал һәм Аҡбуҙат мажаралары» комиксы нәшер ителде Өфөлә балалар өсөн «Урал һәм Аҡбуҙат мажаралары» тип исемләнгән комикс нәшер ителде. Проект коммерция булмаған «Аҡсарлаҡ» ойошмаһы тарафынан Республика гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған. 800 данала донъя күргән комикс республика балалар баҡсаларына таратылыр тип көтөлә. Уны нәшер итеүҙә «Аҡбуҙат» журналы мөхәрриәте ҡатнашҡан. Проект әсә теленә, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата иғтибар, ҡәҙер һәм һаҡсыллыҡ күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    192
    ER
    0,5%
    Реакции
    1