Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Өфөнөң Киров районында август кәңәшмәһе яңыртылған 22-се мәктәптә үтте «Балалар һәм йәштәр»федераль программаһы ярҙамында белем усағы заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртелгән. Реконструкцияға 119 миллион һум аҡса тотонолған. Быға тиклем бинала бәләкәй генә косметик эштәр башҡарылған. Капиталь реконструкция барышында иһә төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен, һыу менән тәьмин итеү һәм йылытыу системаларын тулыһынса яңыртҡан, иҙән алмаштырған, тамаша, спорт залдарын һәм мәктәп ашханаһын ремонтлаған. Ҡырҡ уҡыу кабинетына яңы мебель һәм заманса ҡорамалдар ҡайтартылған.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    190
    ER
    0,5%
    Реакции
    1