Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Башҡортостанда 2027 йылда 152 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндереләсәк Республика йортонда үткән «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә 2027 йылда парк-скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса пландар билдәләнде. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, 152 йәмәғәт киңлеген тәртипкә килтереү ҡаралған, уларҙың 147-һен Башҡортостан халҡы «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә уҙғарылған тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайлап алғайны. Өфөләге Салауат Юлаев майҙаны, Стәрлетамаҡтағы Ленин проспектында урынлашҡан аллея, Октябрьскийҙағы Юрий Гагарин һәм «Нефтсе» паркттары-төҙөкләндерелергә тейеш объекттар исемлегендә.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    197
    ER
    1,0%
    Реакции
    2