Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Радий Хәбиров Краснокама районында һыу үткәргес төҙөлөшөн тикшерҙе Краснокама районында «Коммуналь инфраструктураны яңыртыу» федераль проекты буйынса магистраль һыу үткәргес төҙөлә. Эштәр киләһе йыл тамамланып, 35 тораҡ пункт өҙлөкһөҙ рәүештә һыу менән тәьмин ителәсәк. Инженер объект төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында Ағиҙел ҡалаһында яңыртылған тарихи-мәҙәни объекттарҙы ҡараны, махсус хәрби операция ветерандары, ирекмәндәр һәм йәштәр менән аралашты. Өлкән быуын вәкилдәре-урындағы баҡсасылар ҙа Радий Хәбиров менән осрашып борсоған һорауҙарына яуап алды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    234
    ER
    —
    Реакции
    —