Перейти к содержимому

Пост канала

БСТ | Яңылыҡтар
  1. видео

    Мәсетле районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн фестиваль үтте Мәсетле районында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Изге ҡулдар» инклюзив фестивале ойошторолдо. Социаль проект «Беренселәр хәрәкәте»нең грант ярҙамы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Байрам Мәсетле, Балаҡатай, Салауат, Ҡыйғы, Дыуан райондарынан йөҙҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Сараның төп үҙенсәлеге-индивидуаль ярҙам. Һәр балаға шәхсән ярҙамсы-йәш ирекмән тәғәйенләнде. Был балаларға тиҙ яраҡлашып китергә һәм яңы дуҫтар табырға ярҙам итә.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    241
    ER
    0,4%
    Реакции
    1