Пост канала
- видео
Радий Хәбиров математика лицей-интернаты төҙөлөшөндәге етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө буйынса уҙғарылған күсмә кәңәшмә барышында чиновниктарға тәнҡит һүҙҙәрен еткерҙе. Фекер алышыу барышында объект буйынса һорауҙар барлыҡҡа килә, әммә аныҡ яуаптар ҡайтарылмай, тине төбәк етәксеһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәғариф объекты 360 уҡыусыға иҫәпләнгән, алыҫ район-ҡалаларҙан килгән һәләтле балалар өсөн ятаҡ та ҡаралған. Төбәк өсөн мөһим мәғариф проекттарының береһе тураһында репортаж.
Открыть в MAX- Просмотры
- 227
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 2