Пост канала
- видео
Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт ауылында «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!» байрамы ойошторолдо Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт ауылының 300 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!» байрамы ойошторолдо. Мәртәбәле сараға сит тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтар саҡырылды. Ҡунаҡтар Юрматы ырыуы, ауылға бәйле тарихи мәғлүмәттәр менән танышты, үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашлығында үткән концерт ҡараны, милли уйындарҙа ҡатнашты. Халыҡ телендә Ҡарлар тип йөрөтөлгән, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Ҡаралар тип яҙылған биләмәнең үҫеше тураһында киләһе яҙма.
Открыть в MAX- Просмотры
- 349
- ER
- —
- Реакции
- —