Пост канала
- видео
Хөкүмәттә һыуҙағы фажиғәләрҙе кәметеү буйынса яңы бурыстар ҡуйылды Йыл башынан һыу объекттарында 71 кешенең ғүмере ҡыйылған, үлем осраҡтарының күбеһе һыу инеү миҙгеле башланғас теркәлгән. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса Комиссия ултырышында белдерелде. Уны хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов алып барҙы. Ултырышта фажиғәле осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында профилактикаға иғтибарҙы арттырыу бурысы ҡуйылды.
Открыть в MAX- Просмотры
- 241
- ER
- 0,4%
- Реакции
- 1