Пост канала
- видео
Башҡортостанда ужым культураларының өстән бер өлөшө йыйып алынған Башҡортостан игенселәре ужым культураларын урып-йыя. Әле 96 мең гектар майҙанда эш тамамланған. Был ужым баҫыуҙарының өстән бер өлөшө. Яҡынса 351 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 39 центнер тәшкил итә. Был бик яҡшы күрһәткес .Айырыуса Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондары алда бара.
Открыть в MAX- Просмотры
- 221
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 2