Пост канала
- видео
22 октябргә йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Сит бәхәскә ҡыҫылмағыҙ, талашҡан дуҫтарға йәки ир менән ҡатынға мөнәсәбәттәрен яйларға ярҙам итһәң дә, яҡшы ниәттәрегеҙ баһаланмаҫ. ♉️ Буға Башҡа кешеләрҙе үҙгәртергә тырышма — был мөнәсәбәттәрҙе боҙоуға ғына килтерер. ♊️ Игеҙәктәр Өйҙә тәртип урынлаштырыу өсөн көн бик ҡулай, ошо ваҡытта документтарҙы барлап, кәрәклеләрен кәрәкмәгәндәренән йәки ваҡыты үткәндәренән айырыу, һуңғыларынан ҡотолоу хәйерлерәк. ♋️ Ҡыҫала Әйберҙәрегеҙҙән ҡотолмай тороғоҙ, хатта улар башҡа кәрәкмәҫ кеүек тойолһа ла, кейем-һалымды һәм биҙәүестәрҙе был көндә биреү насар ырым һанала. ♌️ Арыҫлан Был көндә эшлекле һөйләшеүҙәрҙән баш тартыу кәңәш ителә, объектив сәбәптәр буйынса һеҙгә партнерҙар менән уртаҡ тел табыу, тәҡдимдәрегеҙҙе лайыҡлы баһалау мөмкин булмаҫ. ♍️ Ҡыҙ Мөһим ҡарар ҡабул иткәндә, тирә-яҡтағыларға түгел, үҙеегеҙҙең эске тауышҡа ҡолаҡ һалығыҙ — ул ваҡытында һәм берҙән-бер дөрөҫ кәңәш бирер. ♎️ Үлсәү Был көндә иң мөһиме — үҙегеҙҙе башҡаларҙан аҡыллыраҡ тип иҫәпләмәҫкә, уларға тормошто өйрәтмәҫкә һәм кәңәш бирмәҫкә, бигерәк тә уларҙан кәңәш һорамағанда төрлө тормош тәжрибәһе һәм донъяға ҡараш булыуы тураһында уйлағыҙ. ♏️ Саян Яҡын кешегеҙ менән үҙ арағыҙҙа булған ваҡ-төйәк арҡаһында айырылышыу тураһында уйларға ла ярамай, был ваҡыттағы кәйефегеҙ — Айҙың йоғонтоһо ғына, ә иртәгә ул үҙгәрәсәк. ♐️ Уҡсы Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, эшләргә мөмкин булған иң яҡшыһы — көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү менән шөғөлләнеү ваҡытты файҙалы үткәрергә ярҙам итер, башҡа инеп оялаған моңһоу уйҙарҙан ҡотҡарыр. ♑️ Ылаҡ Был көндә нимә менән генә шөғөлләнһәгеҙ ҙә — эш менәнме, көнкүреш мәшәҡәттәреме, иң мөһиме — ашыҡмаҫҡа. ♒️ Һыуғояр Яҡын киләсәккә эш планын төҙөгәндә, уның бөтә пункттарын нисек үтәү тураһында ғына яҡшылап уйлап ҡалмағыҙ, ә маҡсатҡа ирешергә ярҙам итәсәк тактика һәм стратегияны ла билдәләгеҙ. ♓️ Балыҡ Яҡын кешеләр менән аралашҡанда, уларҙың етешһеҙлектәренә иғтибар итмәгеҙ, шулай итеп һеҙ мөнәсәбәттәрҙе нығытасаҡһығыҙ. Һеҙгә яҡшы көн теләйбеҙ! Уңыш өсөн лайк — ❤️
Открыть в MAX- Просмотры
- 449
- ER
- 1,3%
- Реакции
- 6