Перейти к содержимому

Пост канала

«Йүкә телефон»
  1. видео

    21 октябргә йондоҙнамә ♈️ Ҡуҙы Һөнәри уңышҡа өлгәшергә теләүселәргә үҙ бурыстарын һәм башҡаларҙыҡын аныҡ айырырға кәрәк: башҡаларға ярҙам итеү, әлбиттә, игелекле эш, әммә шул уҡ ваҡытта үҙ эштәреңде онотоу — яҡшы идея түгел. ♉️ Буға Был көндә тик иң кәрәкле нәмәләрҙе генә һатып алырға мөмкин, башҡа нәмәгә аҡса тотоуҙан баш тартыу хәйерлерәк: улар һеҙ көткән шатлыҡты килтермәҫ. ♊️ Игеҙәктәр Токсик кешеләр менән генә түгел, һеҙгә ябай ғына оҡшамаған кешеләр менән дә аралашыуҙы туҡтатырға кәрәк: ул күп энергия талап итәсәк, уны күңеллерәк һәм файҙалыраҡ нәмәләргә — мәҫәлән, үҙегеҙҙең яратҡан шөғөлгә — сарыф итеү яҡшыраҡ. ♋️ Ҡыҫала Һис шикһеҙ, бөгөн кире тойғоларҙы үҙегеҙгә йәлеп итергә ярамай: был көндә уйҙар тиҙ арала тормошҡа аша ала, шуға күрә һеҙҙе ҡыуандырасаҡ нәмәләр тураһында ғына уйлау хәйерлерәк. ♌️ Арыҫлан Йондоҙҙар кәңәш иткәнсә, көндө яҡын дуҫтар йәки туғандар менән — йәғни һеҙҙе кәйефһеҙләндермәй, киреһенсә, ҡыуандырасаҡ кешеләр менән — үткәрегеҙ. ♍️ Ҡыҙ Көн үҙегеҙҙең үпкәләрегеҙ менән психологик эш алып барыу өсөн уңайлы: улар күңелдә таш булып ятмаһын һәм үткәнгә һөйрәмәһен өсөн, уларҙы «дүрт яҡҡа» ебәрергә кәрәк — шулай йәшәүе лә, эшләүе лә күпкә еңелерәк буласаҡ. ♎️ Үлсәү Яҡын киләсәккә план төҙөгәндә, уны тормошҡа ашырыу өсөн энергия запасығыҙ булыу-булмауы тураһында уйлағыҙ — яҡшыраҡ ял итегеҙ, ул сағында һеҙ уны туплай аласаҡһығыҙ. ♏️ Саян Иң бәләкәй мөмкинлек булғанда ла йондоҙҙар һеҙгә аҙ ғына булһа ла — бер-ике көнгә генә булһа ла — тәнәфес алырға кәңәш итә: эш һеҙҙән ҡасмаясаҡ, ә көсдө — физик һәм әхлаҡи яҡтан — тергеҙеү һеҙгә зыян итмәйәсәк. ♐️ Уҡсы Физик әүҙемлекте сикләү бик мөһим булған көн: ул артыҡ күп көстө алыр, шуға күрә ваҡытты тынлыҡта һәм тыныслыҡта — уҡыу йәки ябай ғына ултырып өндәшмәй ҡалыу яҡшыраҡ. ♑️ Ылаҡ Көн яңы эштәр башлау өсөн бөтөнләй яраҡлы түгел, шуға күрә уларға ваҡытты һәм көстө сарыф итергә кәрәкмәй: элегерәк башланғандарын аҙағына еткерегеҙ, шулай уҡ яҡын киләсәккә пландарығыҙҙы ентекләп уйлағыҙ. ♒️ Һыуғояр Көн эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү өсөн уңайлы — партнерҙар бер һүҙгә килеү яҡлы булыр, шулай ҙа мөһим ҡарарҙарҙы бөгөн ҡабул итергә ярамай — хата ебәреү ихтималлығы артыҡ ҙур. ♓️ Балыҡ Аҡса менән эш итеү хупланмай, хатта һүҙ бәләкәй генә сумма тураһында барһа ла: бөгөн ҡулға аҡса алыу — насар билдә, ул зыян килтереүе, был иһә финанс хәлегеҙҙе етди насарайтыуы ихтимал.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    462
    ER
    0,2%
    Реакции
    1