Перейти к содержимому

Пост канала

Подслушано Акъяр
  1. фото

    Яу ҡырынан улдары һәм ейәндәре ҡайтҡан🙏🏻 Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәгән Гөлйыһан һәм Вәлиәхмәт Исҡужиндарҙың ғаиләһендә оло шатлыҡ: уларҙың "Спутник" позывнойлы улдары һәм "Самурай" исемле ейәндәре махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан. Ата-әсәгә улының ялға ҡайтыуын көтөп алыу- иң ҙур бәхет, бүләк. Улы һәм ейәне бер юлы ҡайтыуы - икеләтә ҡыуаныс. Өйҙә егеттәрҙе һәр саҡ яҡындары өҙөлөп көтһә, был юлы ауылдаштары ла бергәләшеп ҡаршы алырға сыҡҡандар. Батырҙарға матур ялдар теләйбеҙ! Тыуған ер көс-ҡеүәт бирһен! Автор - Кәримә Усманова. Сығанаҡ һәм фото: Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йорто. 👇 ПОДПИСАТЬСЯ

    Открыть в MAX
    Просмотры
    324
    ER
    1,2%
    Реакции
    4