Пост канала
Анон. Сәләм! Йәшерәк саҡта, балалар бәләкәй ине әле, Магнитогорск ҡалаһында ятаҡта йәшәнек. Кис ятһаҡ, ишекте көн дә кемдер туҡылдата торғайны. Барып асһам, береһе лә юҡ. Ул тауышты мин генә ишетә инем. Иремә лә, ике улыма ла бер ниндәй ҙә ишек туҡылдауы ишетелмәне. Күрше ҡатынға һөйләгәйнем, ул: "Уй, ниңә ишекте астың, асырға кәрәкмәй ине, уны үҙеңдең бүлмәңә индерҙең инде", – тине. Йылдар үтә торҙо. Пенсияға сыҡтыҡ. Балалар башлы-күҙле булды. Ауылда өй һалдыҡ. Өйҙә бер үҙем ҡалған саҡта ишекте теге ятаҡтағы һымаҡ кемдер туҡылдата. Үҙем ҡурҡмайым да унан. Теге юлы ишекте асып индергән нәмә хәҙер эйәреп ауылға ҡайтты микән?
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 265
- ER
- 1,2%
- Реакции
- 15