Пост канала
Анон. Ҡыш бабайға мин йыл да хат яҙа торған инем теләһә нимә һорап. йә ҙууур кукла, йә кәртинкәләре күтәрелеп асылған китап, йә розовый лосина. Бер нимә лә килмәне 🤭 бишенсе класта уҡығанда, Ҡыш бабай миңә ботинкалы лыжы ебэрмәһәң һинең менән башҡа хат язышмайым, тип тороп яҙғанмын 😂 ультиматум ҡуйғанмын шулай Ҡыш бабайға 😂 әсәйем менән шуны иҫләгән һайын көлөшөп алабыҙ. 😂 ботинкалы "лыжы" урынына шул ябайы ғына "килде", быймаға этләнеп кейелгәне 😂 әсәйем яңғыҙы үҫтерҙе беҙҙе, нимәгә аҡсаһы еткән, шуны алған ❤️
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 740
- ER
- 3,0%
- Реакции
- 53