Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Анон. Бер ҡатын һөйләй торғайны: "Мунсаны һуң яҡтыҡ та, һуңлап киттек, апайымдың балаһы йоҡламай ҙа йоҡламай. Ашыҡмай, яйлап ҡына сәй эскәнсе ваҡыт уҙа бит инде, төнгө сәғәт икенсе китте. Мин иң һуңғы мунсаға барҙым. Ҡайтып килһәм, инде соланға мендем, туҡтап хәл алайым, тип торһам күрше урамда, кәртә аша, эй бер нимә ыңғыраша. Эй, ыңғыраша, инде үлеп барғандай, ғырылдап, хырылдап. Эй, ҡурҡтым! Шунан был тауыш хужаһы һырт яҡлап зыяратҡа китте..." Күрше өйҙә ҡатын ирен сапҡылап баҙға төшөргәнме шул. Балалары алдында ирен сапҡылаған (ул ҡатынға әҙерәк етешмәй, желтая справкаһы бар, ти ине). Шул Ғ. үлһә лә, ыңғырашып ҡайтып йөрөгән. Шул өй янынан үткәндә, ә урам берәү генә, йәштәр клубҡа йөрөгәндә лә янынан үткәндә ҡурҡҡандар, яман ныҡ ыңғыраша, баҙ яғынан ишетелә икән ыңғырашыуы. Һәм өйҙөң хужаһы Ғ. йөрөп ятҡан, күренеп кешенең күҙенә! Шул өйҙө урап үткәндәр көндөҙ ҙә. Уҡытырға туғандары булмағанмы, тиһәм, ике туған туғандары күп ине, ти. Аҙаҡ муллаға әйтеп уҡытҡандар, шикелле. Аҙаҡ нимә булғандыр, белмәйем, ул ҡатын менән аралашманыҡ. Һәр кемдең үҙ проблемаһы, мин Себер сығып киттем. Осрашманыҡ инде ул ҡатын менән, уның ҡайғыһы булманы.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 192
    ER
    1,4%
    Реакции
    17