Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Анон. Ҡәҙерле төркөмдәштәр, сәйер хәл тураһында яҙып, һеҙҙең фекерҙе белге килэ. Былтыр март айында ҡыҙым үҙенең Бусильда исемле матур ҡап-ҡара бесәйен ҡалдырып киткән ине. Бер тапҡыр балаланы, балаларын таратып бөттөм, береһен генә, Бусильданы йәлләп, ҡалдырҙым. Үҙемдең оло бесәйем бар. Нисек тә өс бесәйҙе аҫырарбыҙ әле, тип уйланым. Һәм балалау менән Бусильданы стерилизовать иттек. Аңҡы-тиңке йөрөнө лә бер-ике көн һәм ҡапыл юғалды. Эҙләмәгән ер ҡалманы, ҡайғырып бөттөк. Берәй ергә китеп үлде, ахыры, тип аҙаҡ кундек юҡлығына. Бөгөн малухала сөгөлдөр бешереп ултырам. Ә ул малухала өй эйәһе бар, ул хаҡта үткәндә яҙған инем. И вот сөгөлдөрҙөң бешкэнен тыныс ҡына көтөп ултыра инем кинәт мөйөштән Бусильда килеп сыҡмаһынмы!!!!!! Һауанан барлыҡҡа килде!!! Унда тишек-тошоҡ юҡ, просто мөйөш... Бусильда бөтөнләй үҙгәрмәгән, шул ғына килеш - үҫмәгән дә, һимермәгән дә, ябыкмаган да... Уның инде үҫкән балаһы менән минең оло бесәйем Бусильданы күргәс тә, йөндәрен ҡабартып, ыҫылдап, уны талай башланы... Бахырҡай, ҡасып тв-тумба аҫтына инеп йәшеренде... Нимә уйларға ла белмәйем. Әллә параллельный донъяға портал бар ул шул малухала... Бусильда ла шул параллельный донъяла булып килдеме икән, шурт знает... Шомло нисектер...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 151
    ER
    2,2%
    Реакции
    25