Пост канала
Хәйерле төн барығыҙға ла! Атайым йәш сағында, 17-18 йәш саҡтарында, Фәрит дуҫы менән шоферҙар курсына уҡырға барған. Икеһенең дә өҫтөндә плащ, баштарында – түбәтәй. Уҡыуҙан ҡайтҡан саҡтарында юлда ял итеп алырға ташҡа ултырғандар. Бер мәрйә йүгереп килә икән: Помогите, пожалуйста, дочка болеет! – тип ҡысҡыра ти алыҫтан. Аптырап киткән егеттәр. Вы же молитву читаете, прочтите молитву, тип инәлә икән әсә кеше. Уларҙы мосафир тип уйлаған, элек бит шулай әүлиәләр йөрөгән ауылдан ауылға. Ә былар бер доға ла белмәй. Шунан Фәрит, әйҙә, киттек, нимә булһа ла булыр, тигән. Барғандар. Юлда бер әремде йолҡоп алғандар. Доға белмәгәс, Фәрит ауырып ятҡан 5-6 йәшлек бала өҫтөндә әрем менән болғай-болғай, башҡортса йырлап ебәргән: “Кис тә буран, иртән дә буран...” Килештереп “дауалай доғаһы менән”. Атайым көлөп кенә бара икән. Фәрит, көлгөң килһә, тышҡа сығып көл, тип көйләй-көйләй әрем ботағы менән һаман һелтәгән-өшкөргән. Нимәһе ғәжәп - бала күҙҙәрен асҡан, тороп ултырған! Мәрйә ҡатын был ике егеткә рәхмәттәр уҡып, ашатып-эсереп оҙатҡан. Бына шундай ҙа хәлдәр була икән!
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 088
- ER
- 4,3%
- Реакции
- 47