Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Ғәләмәт донъя. Альпинистарҙың тауҙарҙа булған мистик хәлдәр тураһында хәтирәләре. «Кинәт кемдер, күренмәгән бер көс, беҙгә ярҙам итә башлағандай булды» Үҙенең хәтирәләре менән СССР-ҙың спорт мастеры, альпинист Иван Душарин уртаҡлаша. Ул 1997 йылда Пакистандағы Нанга-Парбат тауына күтәрелеүҙәре тураһында һөйләй. Был тауҙың бейеклеге — 8125 метр. Альпинист әйтеүенсә, ул саҡта улар ошо һигеҙ меңлектең итәгенә беренселәрҙән булып барып етә. Виктор Колесниченко менән Андрей Волков уларҙан һуңыраҡ килеп, төн үткәрергә туҡтай. Һауа торошо йылы була, ҡар ныҡ еүеш. Альпинистар ҡар ишелмәһен өсөн ҡая аҫтында палатка ҡора. Йоҡларға ятҡанда аяҡтары менән стенаға ҡарай яталар. Әммә кинәт Виктор йоҡларға уңайһыҙ булыуын әйтә. Шунан егеттәр урындарын алмаштырырға ҡарар итә. Төндә уларҙың өҫтөнә ҡар ишелә. Палатканың тышлығы стенаға бәйләнгән булғанлыҡтан, Колесниченко уны ҡулдары менән йыртып, арҡанға тотоноп, үҙе тышҡа сыға һәм Андрейға ла сығырға ярҙам итә. Шулай итеп, альпинистар 5100 метр бейеклектә, төнгө һыуыҡта, кейемһеҙ тороп ҡала. Улар ҡарҙы ҡулдары менән ҡаҙа башлай һәм әкренләп үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙең барыһын да таба. Ә каскалары ҡар баҫымы аҫтында тулыһынса иҙелгән була. Әгәр ҙә егеттәр шул саҡта урындарын алмаштырмаған булһа, уларҙы ҡар баҫып үлтерер ине. Викторға ул кис, гүйә, ниндәйҙер эске тауыш уларҙың дөрөҫ ятмауын әйткән кеүек була. Таң атыу менән альпинистар кире төшөргә уйлай. Сөнки уларҙа ҡояштан һаҡлай торған күҙлек булмай, ә ундай бейеклеккә күҙлекһеҙ күтәрелеү мөмкин түгел тиерлек. Күҙлектәрен ентекләп эҙләйҙәр, булған урындарҙың барыһын да ҡарап сығалар. Һәм ҡапыл күҙлектәрҙең асыҡ майҙансыҡта ятҡанын күрәләр. Уларға күҙлектәрҙе кемдер махсус рәүештә шул урынға килтереп һалып ҡуйған кеүек тойола. Шунда Колесниченко менән Волков был хәлде билдә тип ҡабул итә һәм күтәрелеүҙе дауам итергә ҡарар итә. Ике көндән улар инде Нанга-Парбаттың түбәһендә була. Иван Душарин яҡынса 300 ҡатмарлы альпинистик күтәрелеүҙә ҡатнашҡан. Һәм уның һүҙҙәренсә, һәр бер өмөтһөҙ тиерлек хәлдә уларға ниндәйҙер күренмәгән көс ярҙам иткән кеүек тойолған.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 168
    ER
    2,2%
    Реакции
    26