Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Аноним. Өс балалы йәш ғаиләгә эш урынынан яңы өйҙән 2 бүлмәле яҡшы, ҙур квартира бирәләр. Шатланышып күсәләр. Шунан башлана ла инде ғибрәттәр. Иң беренсе 5 йәшлек ҡыҙы төнө буйы йоҡламай, илап, ҡурҡып сыға. Карауат аҫтынан бапаҡтар ҡарай, мине ҡыуалар, ти . 3 йәшлек улы ҡаты итеп ауырып, ҡурҡыштан телһеҙ ҡала яҙа. 1 йәшлек улы ла өйҙә 1 минут та бер үҙе ҡалмай. Балалар тыштан квартираға кермәй ҙә башлайҙар. Улар хатта көндөҙ ҙә күрә башлай, төн буйы ла ыҙалатып сығалар. Ҡөрьән уҡыталар, "тегеләр" тағы ла нығыраҡ беленә, һиҙелә башлай. Ир менән ҡатын ауырый башлай, арала тауыш, ыҙғыш сыға. Ололар ышанмай, шулай ҙа бер бағымсыны өйҙәренә саҡыра. "Өй бик насар урында ултырған, бында " тегеләр" ҙең донъяһы, улар ғаиләләре менән йәшәй, ҡатынға инде береһе эйәләшкән, шуға ирең менән талашаһығыҙ," - тип аңлата. Бынан тиҙ генә китегеҙ, аҙағы яҡшы булмаясаҡ, тип кәңәш тә бирә. Ире ышанмай, бер ҡайҙа ла китмәйҙәр. Аҙаҡтан ире сығып китә, айырылышып та ҡуялар. Бер нисә йыл үтә. Тормош бер ҙә алға бармай, ҡатын ҡаты операция үткәрә. Шунан ҡатын тағы бағымсыны саҡыра. Ул өй янына килә лә, хатта кермәй ҙә. "Әгәр китмәһәң, аҙағы һиңә хәйерле булмай, " теге" һине еңәсәк, был өйҙә һеҙгә йәшәргә ярамай, башҡаларға ҡарама, улар " тегеләр" һымаҡ" булып бөткән, - ти. Шунан ҡатын нисектер еңел генә һатып, икенсе ҡалаға күсеп китәләр. Тормошо әкренләп ыңгайға әйләнә, балалар ҙа яйлап тыныслана.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 212
    ER
    3,2%
    Реакции
    39