Пост канала
Анон. Хәйерле төн. Үҙем менән булған бер хәлде яҙайым әле. Ятаҡта йәшәйбеҙ бер ҡыҙ менән Ул диванда йоҡлай, мин – иҙәндә. Бүлмә тар ғына. Диван эргәһендә кейем шкафы. Эргәһендә ултырғыс тора. Йоҡларға ятһам, күҙемде йомоуым була, кемдер минең өҫтөмә ултыра ла күҙҙәремде астырырға маташа. Һиҙемләүемсә, минең эсемә (йәнемә) инеп урынлашырға уйлай. Нисектер бөтә көстө йыйып уны еңәм һәм уянып китәм. Нисек тә күҙҙе асмайым. Ә бер төндә кейем шкафы эргәһендәге ултырғыста ултырып алған да: "Я смотрю в твои глаза... Я смотрю в твои глаза" – тип ҡабатлай. Тауыш ир кешенеке. Шунан тағы үҙемде көсләп уятам да белгән доғаларҙы уҡыйым. Көн һайын шулай көрәшеү дауам итте, ул күҙҙәремде астырып минең йәнемә инергә уйлай. Бергә йәшәгән ҡыҙҙың Ҡөрьән китабы бар ине, шуны эргәмә һалып йоҡлай башланым. Доғалар ятлап алдым. Шунан килмәҫ булды ул йән, Аллаға шөкөр. Иптәш ҡыҙҙы ҡурҡытмаҫ өсөн уға һөйләмәнем.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 135
- ER
- 1,7%
- Реакции
- 19