Пост канала
Анон. Хәйерле көн, ғәләмәттәр! Үҙем яҙырға ваҡыт тапмаһам да, һеҙҙең яҙғандарҙы уҡып барҙым былай. Әле лә бына ҡалаға барып, уҡырға төшөү тураһында яҙылған постты күргәс, эээх, был нимә уууул!, тип һыҙғырып ебәрә яҙҙым хатта. Үәт, мин барҙым ул башҡалағааа! Унынсыны саҡ бөткәнмен, бәләкәй генә буйлы, ҡап-ҡара ауыл ҡыҙымын. Русса һөйләшеүгә аптырамайым да ул, тик бына ауылдан сығып йөрөгән әҙәм түгелмен. Ныҡ ҡына ҡырағай холоҡломон үҙем. Институттың 4 курсын бөтөп, каникулға ҡайтҡан апайым да мине алып барырға теләмәне. Уның ҡарауы нисек барырға икәнен тәфсирләп аңлатып, инәйем менән икәүләшеп оҙатып тороп ҡалдылар. Апайҙың һөйләгәндәрен онотмаҫҡа тырышам, бик һәйбәт итеп аңлатты ул: Поездан төшкәс, бөтәһе лә киткән яҡҡа бар. Шулай итһәң, туп-тура остановкаға барып сығырһың. Унда һиңә трамвайға ултырырға кәрәк. Троллейбусҡа ултырып ҡуйма тағы! Башында проводтар менән сымдарға тоташҡан тәгәрмәслеһе - троллейбус, ә инде сымдарға тоташып, үҙе рельстарҙан йөрөгәне - трамвай була! Трамвайға ултыраһың да, пединститут остановкаһында төшәһең. Унда һорарһың ҡайҙа барырға икәнен, тине күпте күргән студент апай. Уф, Аллаҡайым, бөгөнгөмдән ҡарайым да шул ҡырағай ауыл балаһына, йәлләүҙән эсем янып китә! Әммә... ул саҡта, 1979 йылдың йәйге иртәһендә баш ҡалаға барып төшкәс тә өйрәткәндәрҙе теүәл үтәп, трамвайға ултырып киттем. Туҡталышымды үтеп китмәһәм ярай ине, тип, ян-яғыма ялт-йолт ҡарап, башҡаларҙың һөйләшкәненә ҡолаҡ һалып барам. Минең эргәлә генә тужы бер ҡараҡай ғына ҡыҙ апаһы менән башҡортсалап тороп һөйләшеп бара. Урыҡ-һурыҡ хәбәрҙәренән быларҙың ниндәйҙер Бүребай тигән ерҙән килеүҙәрен, институтҡа китеп барыуҙарын төшөнәм. Шунан һуң был икәүҙән күҙ яҙҙырмай, эйәреп барып, документтар тапшырып, һуңынан общежитиеға урынлаштым. Үәт тәк! Ул ваҡытта телефон да юҡ бит инде, мине сығарып ебәреп, нимә уйлап ултырҙылар икән?! Ә бит мин ғаиләлә бишенсе бала! Инәйемдәр үҙҙәре алып бара алмаған хәлдә лә, ағай-апайҙар бар ҙа һуң??? Элек шулай булды шул, етәкләп йөрөтөүсебеҙ булманы.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 514
- ER
- 3,8%
- Реакции
- 58