Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Анон. Һаумыһығыҙ! Һеҙҙең иғтибарға бер ғәләмәт😊 Беҙҙең ауылда Алдар үҙәге тигән бер урын бар, шул турала Әсәйем һөйләгәнде яҙайым әле. ... Апайыңа бер 8-9 йәш тирәһе булғандыр, муйыл тирергә барып, ҡайтып барабыҙ. Арығанбыҙ. Апайың, яулыҡҡа муйыл суҡтары һалып алып, алданыраҡ атлай, мин арттараҡ киләм, биҙрәм ауыр. Апайың туҡтап мине көтә-көтә, ҡайтып барабыҙ. Алдар үҙәгенә еткәс, беҙгә ҡаршы яҡтан матур ғына кейенгән, ят бер әбей килгәне күренде. Апайыңа, анау килгән инәйгә һаулыҡ һорашма, тим. Апайың, ярай, тине лә тағы алдан атланы. Ҡаршыға килгән әбей беҙҙең эргәнән үтеп китеүе булды, апайың артына боролдо ла: «Әсәй, инәй ҡайҙа юҡ булды ул»,- тип ҡысҡырып ебәрҙе, мин дә ҡылт итеп артыма боролоп ҡараным, бер ҡайҙа ла әбей күренмәй, зым-зыя юҡҡа сыҡты. Аллам һаҡлағандыр инде, һаулыҡ һорашма, тип һүҙ ҡушмаҫҡа илгәҙәк кенә апайыңды иҫкәрткәнмен, юҡһа уның бөтә кеше менән дә иҫәнләшеп китә торған ғәҙәте бар ине. Бер шулай Мәғниткә баҙарға алып барҙым. Сос ҡына ҡыҙым ниңәлер артта тора ла ҡала, тора ла ҡала, көтөп ҡарап торһам, уң яҡтан үткән мәрйәгә лә, һулдан үткәненә лә, здрасьте, тип иҫәнлек биреп килә икән... Бына шул Алдар үҙәген кешеләрҙе яңылыштырып, алдаштыра тигәндәрен үҙемә күрергә тура килде, тип һөйләгәйне әсәйем.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 130
    ER
    2,7%
    Реакции
    31