Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Аноним. Хәйерле көн, төркөмдәштәр. Район үҙәгенә эш буйынса барғанда, осраҡлы ғына, бер йәш ҡатын менән таныштым. Кабинетына ингәндә үк уның хәл - торошона иғтибар иткәйнем инде. Сибек кенә ҡатын көйһөҙ генә ултырһа ла, ипле генә итеп һөйләшә, һәр нәмәне яйлап, аңлайышлы итеп һөйләй. Һүҙгә һүҙ бәйләнеп, миңә документ тултырған арала үҙе тураһында һөйләп ташланы. Оло йәштәге атаһы, малайы менән йәшәй икән. Ире йәшләй мәрхүм булып ҡалған. Балаһы ла йыш ауырыу сәбәпле, мәктәпкә йөрөмәй. Икенсегә иргә сығырға ла ҡаршы түгел, ир заттарынан иғтибар ҙа бар, тик ҙур урында эшләгән ҡәйнәһен рәнйетеүҙән ҡурҡа. Аҙ ғына ваҡытҡа ир - ат менән йылы ҡарашта булһа, улары сәбәпһеҙ генә араны өҙәләр ҙә ҡуялар икән. Уң ҡулында ике никах балдағын ҡушып бер бармаҡҡа кейгәнен күреп, ниңә ике балдаҡ тағыуын һораным. Береһе мәрхүм иренеке икән. Таҡма уның балдағын. Йә магазинға тапшырып, урынына икенсе балдаҡ ал, йә иреңдән иҫтәлек итеп берәй ергә һалып ҡуй. Тик бармағыңдан сис тә, башҡаса таҡма, тип әйттем. Ул уй башыма ҡайҙан килгәндер, белмәйем. Был ваҡиғанан һуң 3 - 4 йыл уҙғас, тағы ла шул кабинетҡа ҡағыҙҙар артынан барырға тура килде. Инде мине көләс йөҙлө ханым ҡаршы алды ла, танып, ҡыуанысы менән уртаҡлашырға ашыҡты. Тормошо яйға һалынған икән. Кейәүгә сыҡҡан, ҡәйнәһе менән татыулашҡан, малайы һауыҡҡан, уҡып йөрөй. Атаһының да тормошо үҙ яйы менән бара. Осраҡлы ғына танышыу, бәлки, осраҡлы ла булмағандыр. Донъяла беҙ белмәгән ғәләмәттәр ғәләмәт күп бит ул.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    984
    ER
    3,9%
    Реакции
    38