Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Авария һөҙөмтәһендә клиник үлем кисергән Джеффри Олсен үлгән ҡатынының уға терелергә ярҙам итеүе тураһында һөйләгән. Ир әйтеүенсә, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы 1997 йылда булған. Ул автомобиль менән идара итеүҙе юғалта, транспорт сараһы бер нисә тапҡыр әйләнеп, юлдан ситкә осоп төшә. Ир өлкән балаһының илауын ишетә, әммә ҡатыны Тамараның һәм 14 айлыҡ кесе улының һәләк булыуын аңлай. Америкалы үҙе лә бик ауыр йәрәхәтләнә (аяғы һәм эсәктәре өҙөлә). Ир, фажиғә мәлендә йәнем тәнемдән айырылып осто, ти: "Әммә үлгән ҡатыным, миңә үлеләр донъяһына китергә ирек бирмәй, тереләр донъяһына кире этәрҙе" . "Унда нимә тойғанымды дөрөҫ ҡылыҡһырлаған берҙән-бер һүҙ - мин ӨЙҘӘ инем. Унда миңә бар нәмә бик яҡшы таныш ине", - тип һүрәтләй Олсен клиник үлем ваҡытындағы тойғоларын. Ир «матур, мөһабәт урынға» эләгеүен өҫтәй, унда уны ҡатыны ҡаршы ала. Ул матур күренә, тәнендә һис бер йәрәхәт эҙҙәре булмай. Олсен әйтеүенсә, ҡатыны уның "бында" ҡала алмауын һәм кире ҡайтырға тейешлеген ҡәтғи белдерә, этәрә. Америкалының ғүмере өсөн көрәшкән табиптар һәм шәфҡәт туташтары һуңыраҡ Тамараның рухын операция бүлмәһендә күргәндәрен һөйләй...

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 084
    ER
    1,4%
    Реакции
    15