Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Анон. Хәйерле генә, иҙерәп мунса төшөп, наҙланып ҡына ятып китер саҡтар етте әйтәгүр, ғәләмәткәйҙәрем. Теге мирауай ғына ике әбейемдең тағы бер алтындан алтмыш тапҡыр ҡиммәтерәк бер кәңәшен еткерәйем әле. Әйтеүемсә, икеһе лә тол ҡатындар ине. Фыртауайым һуғыш алдынан ғына кейәүгә сығып, һуғыштың башынан тол ҡалып, бер- нисә тапҡыр ир бәхетенә өмөтләнеп тормошҡа сығып ҡарап ҡартайҙы, фәрештәләй икенсеһе ғүмер буйы хәбәрһеҙ юғалған ирен көтөп балаларын, ейәндәрен ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе. Шул фыртауайымдың әйткәне: «Килен, минең кеүек ыштанһыҙ булма. Яулыҡ ябынһам - яулығыма эстәре ҡыҙҙы, күлдәк кейһәм - күлдәгемә, иргә барһам - иремә эстәре ҡыҙҙы. Мә, үәзми (мә, возьми, тип әйтеүе инде), тип биреп тик торҙом. Бер нимәңде лә кешегә бирмә, ыштубы", - тип ғүмерлек наказ бирҙе. Әйтәм бит,шул аҡыл менән байтааааҡ йәшәп ятыла, ҡул һоноусылар булһа ла🤭 Киленкәйҙәр, һеңлекәштәр! "Мә, үәзми!" - тип яулыҡһыҙ, күлдәкһеҙ, ирһеҙ ҡалып ҡуймағыҙ. Короче, ыштанһыҙ булмағыҙ!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 143
    ER
    3,1%
    Реакции
    36