Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. Анау үрге остан Ваһап донъясыл булыр ине, тим. - Эйе, эшкә шәп, ипле, нимәгә тотонһа ла ҡулы килеште, - Хужабикә уның менән артыҡ һүҙһеҙ ризалашты. - Ә Баһауҙың донъяһы тарҡалыр ҙа торор ине, - Әхирәте көлгәндәй итте. – Арҡыры ятҡанды буйға һалмаған эт ялҡауы ине, иҫләйһеңме? Үҙе килеп тороп йоҡосо! - Иҫләмәй ни! Һуң күбә күбәләгәндә бер заман юғалды ла ҡуйҙы. Ҡараһаҡ, бишмәтен башы аша ябынған да, ҡайын төбөндә эрәхәтләнеп йоҡлап ята! - Һуғышта ла шулай, бахырҡай, торған килеш кенә йоҡлап йөрөнөмө икән?! - Әллә, әллә, унда командирҙар йоҡлатҡанмы икән?! Ут аҫтында ниндәй йоҡо булһын? Бөтөнләй ҙә эләкмәгәндер. - Ә минең күрше Әбсәләм, туп яуа башлау менән, инә-әй, тип инәкәйен эҙләп, беренсе итәк аҫтына инеп китмәнеме икән? - ауыҙҙарын устары менән ябып, әллә көлөштөләр? - Эй, Аллам, бигерәк йыуаш ине, ун йәшенәсә имсәк имгән бала. Ҡарале, уның да бит ҡара ҡағыҙында, батырҙарса һәләк булды, тип яҙылғайны. - Арыҫландай һуғыштымы икән? - Һуғышҡандыр. Бында ул инәкәйенә һөйөклө бала булып йөрөһә лә, яуҙа ир булғандыр, боҫоп ятмағандыр. - Сәлимгәрәй ағай йыш төшөмә инә, - ҡатын ҡанаты ҡайырылып упҡынға осҡан аҡҡошҡа әйләнде. – Һыҙҙыры-ып гармун тарта икән, тим. - Икәүегеҙ ҙә йыраусы инегеҙ, ул ни гелән, әйҙә, тип иң тәүҙә һинән йыр башлаттылаһа. - Уның гармунына эйәреп йырлауҙар иң бәхетле мәлдәрем. Бергә ҡушылып йырлаған һайын ҡанатланып осҡом, барыһын да яратҡым килде! Ҡатыны көнләшеп, йөҙөмдө йыртмаһа ярар ине, тип ҡоттарым да алына торғайны. - Сәлимгәрәй ағайға кемдәр генә ғашиҡ булманы икән? – Хужабикә башын сайҡаны. - Ҡатыны ла ошо тирәнең беренсе сибәре ине. Теленең үткерлеге лә, һай-һай шул. - Сәлимгәрәй ағайға тәүге тапҡыр иҫем киткәндә бала ғына инем, шул 12-13 йәш тирәләре булғандыр, - сер тоғоноң ауыҙы бер сиселгәс, ҡатын уны тулыһынса бушатырға ашыҡты. – Көнө буйы һарыҡ көтөүен көтөп, аяҡһыҙ булып, саҡҡа һөйрәлеп ҡайтып барғанда, Сәлимгәрәй ағай, минән биш йәшкә өлкән егет, һыбай ҡыуып етте лә, мине күтәреп алдына ултыртты. Көслө ҡулдары билемә ҡағылғайны, саҡ иҫемде юғалтып ауманым. Шундай башым әйләнде. Ә йөрәгемдең талпыныуы! Күкрәк ситлеген емереп сығырҙай типте! Сәлимгәрәй ағай хәлемде тойҙо, күрәһең. Мине ауыл осонда төшөрөп, ярай, бәләкәс, һин үҫә тор, аҙаҡ мин һиңә өйләнермен, тип йылмайып ары киткәндә, ҡыуаныстан ни үле, ни тере инем. Шаяртыуын ысынға алып, тиҙерәк үҫергә ашыҡтым. Ә ул тотто ла күрше ауылдан килен төшөрҙө. Яңылыҡты ишеткәс, өҫтөмә тауҙар аҡтарылды... Сәлимгәрәй ағайға оҙаҡ үпкә һаҡлап йөрөттөм, саҡҡа яҙылдым. - Ул хәбәрһеҙ юғалдымы әле? - Эйе. Ҡатыны менән өс балаһы аслыҡтан үлде. Шуны ла бит мин, ҡара көйөк, үҙ яйыма ыңғайлаттым. Йәнәһе лә, Сәлимгәрәй ағай табылып, ауылға ҡайта, һәм ул, япа-яңғыҙ ҡалыуын белгәс, миңә тәҡдим яһай ҙа, беҙ өйләнешәбеҙ, мин уға тупылдатып балалар табам. - Һантый, - Хужабикә үҙ күреп әйтте. – Бына һин һантый, исмаһам. Көнсөл һантый! - Бер мин генәме? Бөтә ирһеҙҙәр ирлеләргә көнләште. - Китсәле, мин бер кемгә лә көнләшмәнем. Мин дә бит ирһеҙ, тол. - Һин шулай инде, - буйсан ҡатын һыуыған мәтрүшкә сәйен һемереп бөттө лә, урындыҡтан ауыр ҡуҙғалды. – Ярай, ҡайтайым инде, киске һауынға барырға ваҡыт. Эштән ҡайтышлай хәлдәрегеҙҙе белешеп инеп сығырмын. Әй, хәтереңдәме, һуғыш тамамланыр йылды һал ағыҙғайныҡ? Бүрәнәләр тығылып, шуларҙы таратып йөрөгәндә, багурым ысҡынып, һыу аҫтына киткәйнем? - Хәтеремдә булмай әллә, - Хужабикә башын һелкетте. – Ныҡ ҡурҡтыҡ һинең өсөн. Күмәкләп ҡотҡарырға ташланғайныҡ. - Эйе. Ә бит мине шунда һыу аҫтынан Сәлимгәрәй ағай өҫкә этәреп сығарҙы. Әйтте лә, ҡайтып китте. Хужабикәнең күҙҙәре түңәрәкләнде: - Әллә Сәлимгәрәй ағайҙың һөйәктәре һыу аҫтында сереп ятамы икән? Ай, бисара... Шул мәлдә хәлһеҙ генә шыбырлау ишетелде: - Өләсәй, мин һыуһаным. Өй эсенә услам-услам нур һиптеләрме ни, бар донъя яҡтырҙы! Ә бөгөн ошо иҫке булһа ла, нурлы йортто ҡалдырып, Хужабикә күрше ауылға, яңы фатирға күсә. Мин төнө буйы үҙемә урын тапмай, таң аттырҙым. Күрше-күлән ярҙамы менән хужалар йыйналышып сығып киткәс, тәҙрәгә ябырылдым: «Алманылар. Миндә

    Открыть в MAX
    Просмотры
    867
    ER
    1,3%
    Реакции
    11