Пост канала
Анон. Хәйерле көн барығыҙға ла! Мин бер ғәләмәт ишетеп, һеҙгә лә бәйән итергә булдым әле. Юл йөрөгәндә төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә бит инде. Мин дә автобуста йәнәшә ултырған ҡатын менән һөйләшеп киттем. Үҙенең таныштары тураһында һөйләне. Йәш ғаиләлә алты бармаҡлы бала тыуған. Һорашҡас, егеттең ата - бабалары араһында һирәкләп булһа ла алты бармаҡлы балалар тыуыуы асыҡланған. Ныҡышып төбәшә торғас, ҡасандыр элекке заманда, әллә нисә быуын элекке тоҡомдарында урлашҡан әҙәм булған икән. Күпме киҫәтһәләр ҙә, тотоп туҡмаһалар ҙа ғәҙәтен ташламаған әҙәмде аҡылға ултыртыу ниәте менән дә, башҡаларға фәһем булһын өсөн дә тип бер бармағын киҫкәндәр. Ул кеше насар ғәҙәтен ташлағандырмы - юҡмы, әммә шул ваҡиғанан һуң тыуған малайы алты бармаҡлы булып тыуған. Осраҡлы хәл тип кенә ҡарағандар. Шунан һуң быуындан - быуынға күсә килә дауам итеп, онотҡанда - бер булһа ла улдары алты бармаҡлы булып тыуа икән.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 260
- ER
- 1,3%
- Реакции
- 16