Пост канала
(Дауамы) Ошоға оҡшаш ваҡиғаны билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдиноваға Белорет районында йәшәүсе Хәйҙәр Искәндәров һөйләп ҡалдыра. Уның инаныуы буйынса, ендәрҙең хатта машиналары ла бар икән. «Миңә ун ике йәш булғандыр. Атайым ауылдан өс саҡрым ерҙә картуф ултырта торғайны. Көҙ уңышты йыйып өлгөрмәнек, ҡар яуҙы. Ҡырҡ сантиметр ҡалынлығында булғандыр. Атайым, инәйем, апайҙарым менән ҡар аҫтынан картуф алабыҙ. Төшкө сәғәт ике-өс тирәһендә көслө тауыш килә башланы. Был тауыш беҙҙән 100 – 150 метр алыҫлыҡтағы урман аша ауыл яғына үтте. Машина гөрһөлдәүе, йыр, музыка, кешеләрҙең ҡысҡырып һөйләшеүе, бәпәй илауы, балалар тауышы, ат кешнәүе, һыйыр баҡырыуы, эт өрөүе, арба шығырлауы кеүек һәр береһе айырым-асыҡ ишетелгән һанап сыҡҡыһыҙ өндәрҙән тора ине ул. Бөтәбеҙ ҙә аяғүрә баҫып тыңлап оҙаттыҡ. Атайым: «Ендәр күсенде», – тине. Ҡайтышлай юлдарҙы байҡағайныҡ, бер ниндәй ҙә эҙкүрмәнек».
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 097
- ER
- 1,6%
- Реакции
- 18