Перейти к содержимому

Пост канала

Ғәләмәт донъя!
  1. (Дауамы) Бала саҡта атайым һөйләгән ваҡиғаларҙан ендәр барлығына ышанып үҫтем. Баймаҡ районының Хәсән һәм Йәнйегет ауылдары араһында бер шомло урын бар. Хәсәндән бер-ике саҡрым алыҫлыҡта, юлдың уң яғында бәләкәй генә һаҙға барып сығаһың. Шул урында ниңәлер кешеләр сәйер хәлгә тарый. Тиҫтә йылдар элек атайым кисләтеп ат менән ауылға ҡайтып барған. Баяғы ергә еткәс, аты туҡтаған да ҡуйған. Һаҙҙан ниндәйҙер кеше ҡысҡырған, бала илаған ауыштар ишетелә башлаған. Атын өркөтмәй генә, ары ҡыуған, барған һайын тауыш нығыраҡ көсәйә, ти. Бер мәл ҡысҡырып уйнап-көлөшкәндәре, гармун тартҡандары асыҡ ҡына ишетелә башланы, ти. Бар белгән доғаһын ҡабатлап, ҡысҡырып ебәргән икән, шау-гөр тынып ҡалған. Илла-алла менән, аты манма тиргә батып, саҡ ҡайтып еткән. Был урында күптәр ғәҙәти булмаған хәлгә осрай. Йәнйегет ауылында йәшәүсе бер ағайҙың һөйләгәндәренән: «Атайым шул урынға еткәс, аты ҡапыл өркөп китә лә өйөнә тиклем сабып алып ҡайта. Уның күҙенә бер ни ҙә күренмәй».

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 126
    ER
    0,9%
    Реакции
    10