Пост канала
н. Айырыуса ағын йылғаларҙы бысратмаҫҡа! Ер кешеләре Ғаләмдәр хужаһының барлығын, берлеген таныһын, уны Бэш планетаһындағылар кеүек ихтирам итһен. Беҙҙең кеүек тыйғандарынан тыйылһын, ҡушҡандарын үтәһен! Ер планетаһының оҙон ғүмерле булыуы Ер кешеләренең үҙҙәренән тора. Имен булыуҙың тотҡаһы — әҙәп, иман. Йыһанда күрәләр: һуңғы ваҡытта Ер кешеләре бәйле аҙа башлаған: урмандарҙы аяуһыҙ ҡырҡалар, тауҙарҙың аҫтын-өҫкә килтереп аҡтаралар, йылғаларҙы бысраталар, бер туҡтауһыҙ үҙ-ара ыҙғышалар, һуғышалар, тигән хәбәр йөрөй. Бәйле аҙыу — Йыһандың йәшәйеш тәртибен боҙоу тип һанала. Был үтә хәүефле. Ғаләмдәр хужаһы бындайҙы оҡшатмай. Эдган ошоларҙы һөйләп бөтөүгә улар Көнһылыу йәшәгән йорт эргәһенә килеп еткәйне инде. Егет ҡыҙҙы етәкләп алды ла бая үҙе алып сыҡҡан бүлмәгә индерҙе. — Эй, гүзәлдәрҙән гүзәл Ер ҡыҙы! — Эдган зәңгәр күҙҙәренән көлтә-көлтә нур бөркөп, ҡыҙға һөйөп ҡараны. — Рөхсәт ит тағы яныңа килергә. Һинең бөйөк эштәреңдә ярҙамсың булырға теләйем. Беҙ икәүләп Ер планетаһын төрлө афәттәрҙән ҡурсаларбыҙ. Мин һине бик яраттым! — Һин шундай изге күңелле, Эдган. Хуш, дуҫым! Төштә генә түгел өндә лә беҙгә тағы осрашыу яҙһын! Көнһылыу ҡояштың сағыу нурҙары битенә төшөүҙән уянды. Күргән өн аралаш төшөн ҡабатлап күҙ алдынан үткәрҙе. Рәхмәт, Бэш егете Эдган! Төштәремә инеп әшкәрттең, йәшәүемә маҡсат ҡуйҙың, Рамаҙан айының тәүге иртәһен изге уй-ниәттәрҙән башларға ярҙам иттең! Күңелендә мөхәббәт хисе бөрөләнгән ҡыҙҙың күңеле шатлыҡлы хис-тойғоларҙан елкенде. Ер халҡына бәхет юраған зәңгәр күҙле егетте тағы күргеһе килде. Осрашырҙар әле, алда бергәләп эшләйһе эштәре күп бит. Көнһылыу үҙендә Ер шарына ҡағылышлы төшөндә күргән барлыҡ проблемаларын хәл итерлек көс-ҡөҙрәт тойҙо.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 297
- ER
- 1,5%
- Реакции
- 19