Пост канала
генә килгәнбеҙ - теге донъяла ожмахҡамы-тамуҡҡамы эләгеүебеҙ бөгөнгө эштәребеҙҙән, ғимәлдәребеҙҙән, ғибәҙәттәребеҙҙән тора! Тик Хоҙайҙың ҡеүәте менән, изге доға-аяттар аша был донъяның матурлығын, мәғәнәһен күрә лә, тоя ла алабыҙ, шуға ла тик Хоҙайға һыйынырға, табынырға тейешбеҙ, иншалла, шулай булһын! Әйткәндәй, минең кинәт намаҙға баҫыуым бик күптәр өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды, кемдер аптыраны, кемдер аңламаны, кемдер сәйерһенеп ҡараны, ә миңә уларҙың фекере барыбер ине, тик Хоҙай ғына сәйерһенмәһен, ситкә типмәһен тип теләнем, теләйәсәкмен дә. ӘЙТКӘНДӘЙ... Ошо ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, мәрхүм атайым төшөмә инде. Бик ашығып: "Һин яҙып ҡуй, ике донъя бар тип яҙып ҡуй!" - тине. Бына, атайымдың һүҙен үтәнем, ике донъя бар, тип яҙып ҡуйҙым..." Автор:Айһылыу Ғүмәрова.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 770
- ER
- 4,3%
- Реакции
- 76