Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. Анон. Давно пенсияға сыҡҡан инем, тол ҡатынмын.Бер көн һыйыр һауырға сыҡтым,мунсанан ҡалған йылы һыуҙы алам тип инһәм эләүкәлә әллә ниндәй бомж йоҡлап ята.Абау, ҡурҡыштан уятып торманым, эштәремде бөтөүгә был сығып бара, ғәфү итегеҙ бүтән борсомам, көндәр һыуығас ҡайҙа барырға белмәйем тине.Йәлләнем, әйҙә аш ашап сыҡ тип өйгә индерҙем.Мыйыҡ һаҡалы үҫеп киткән бахырҙың. Иткә сат йәбеште, ярай йәл түгел бешеренергә яратам, бәлештелә ялпылдатып ҡуйҙы.Мәрхүм иремдең ҡырынғысын биреп, ҡырынып йыуынырға ебәрҙем.Тиҙ генә мунса яғып. Һаһып бөткән кейемен кер йыуыу машинаһы өрөлттө,шунан мәрхүм иремдең футболка трикоһын кейҙерҙем.Кәҙемге ир булдылы ҡуйҙы,йөҙө матурайып китте.Нисек ундай хәлгә ҡалдың тиһәм, бисә йәшерәк ир табып мине ҡыуып сығарҙы ти.Ярай, документын яңынан эшләтергә ярҙам иттем.Алтын ҡуллы ир булып сыҡты, боҙолған электр сәйнүк,үтекте йүнәтте.Ишектәр тотҡаһын урынына ҡатты, кәртәнелә нығытты.Нигеҙҙе ҡутарып тупраҡ ташыны, иҙән һыуыҡ була торғайны, еренә еткереп эшләгәс өй йылы булып китте.Утын да ярылып дровникка үҙенән үҙе күсеп ятты.Мал ҡарашты.Донъя йөгөн бер үҙе тартҡан ҡатынға бәхет өсөн ни кәрәк инде. Загсҡа тороп бергә йәшәй башланыҡ, водитель булып эшкә төштө, ҙурыраҡ морозильник,иркен диван алып ултыртты.Өйҙә ир булғас күпкә еңел икән ул,холҡо алама түгел,эсмәй,тартмай, ярҙамсыл,итәғәтле генә. Ысын йөрәктән яраттым.Ҡартлыҡтала мөхәббәт уйламаған ерҙән килә икән ул.Аллаға шөкөр матур итеп йәшәп ятабыҙ.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 659
    ER
    11,6%
    Реакции
    192