Пост канала
- фото
🌸 Ҡәҙерле серҙәштәр! ❤️ Бөгөн — Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө! 🌷 Ауыл ҡатын-ҡыҙы булыу еңел түгел бит ул. Таң һарыһынан тороп донъя көтөргә, мал ҡарарға, йорт эштәрен башҡарырға, балалар үҫтерергә, баҡса үҫтерергә… Үҙенең арығанын да, ҡай саҡ күңеле тулғанын да башҡаларға күрһәтмәй генә барыһына өлгөрөргә тырыша ауыл ҡатын-ҡыҙы. Ҡулдары эштән бушамаһа ла, йөрәге һәр саҡ йылыға, һөйөүгә бай. ❤️ Әммә ҡатын-ҡыҙҙың да ҡай саҡ бер йылы һүҙгә, бер ҡосаҡҡа, «Һин нисек, хәлдәрең нисек?» тигән ихлас һорауға мохтаж булған сағы бар… Серҙәштәр, әйҙәгеҙ, бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тураһында һөйләшәйек! 🌺 💬 Һеҙ ауылда йәшәйһегеҙме? Ауыл тормошоноң иң ауыр һәм иң матур яғы нимәлә? 💬 Ә үҙегеҙгә килгәндә, һуңғы тапҡыр ҡасан үҙегеҙ өсөн генә йәшәнегеҙ, үҙегеҙҙе ҡыуандырҙығыҙ? 💬 Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының хеҙмәтен тейешенсә баһалайҙармы, әллә уларҙың тырышлығы күп осраҡта ғәҙәти күренеш тип ҡабул ителәме? Серҙәштәр, күңелегеҙҙәгене бүлешегеҙ. Бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәр йәлләмәйек! 🤗❤️ Ауылдың уңған, сабыр, матур күңелле ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотлайым! Һәр берегеҙҙең йортонда именлек, күңелендә тыныслыҡ, йөҙөндә йылмайыу булһын! 🌷🌾
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 693
- ER
- 1,6%
- Реакции
- 27