Пост канала
Төнгө зыяратҡа... тупраҡ артынан (Булған хәл) Ҡот осмалы ғәжәп хәл. Ә һеҙ ошондай хәлдәр тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Бындай хилаф эштәргә нисек ҡарайһығыҙ? Был тормош кем менән генә осраштырмай. Әңгәмә барышында ниндәй генә хәлдәр ишетергә тура килмәй. Ышанырғамы, юҡмы тип аптырап ҡалына. Бер ҡатын һөйләгәндәрен һеҙгә лә бәйән итәм. Уның һөйләгәндәренә ышанырғамы, ышанмаҫҡамы, үҙегеҙ хәл итегеҙ. Үҙемә килгәндә, баштараҡ күңелем менән ҡабул итә алмаһам да, торараҡ ышандым. Был донъяның кеме юҡ... (Әйҙәгеҙ, ҡурҡыныс аҙымға барған ҡатындың исемен З. тип кенә атайыҡ). - Эй, һиңә хәбәр һөйләү менән миңә барыбер ышанмайың инде. Вообще то, миңә береһе лә ышанмай. Эсә, алкаш, тейең инде һин дә. Но, эсеп йөрөһәм дә минең кешегә зыяным тейгәне юҡ. Һәр хәлдә лә З. һымаҡ ҡурҡыныс бисә түгелмен. - Ул нимәгә ҡурҡыныс һуң? - Нимәгә, нимәгә? Ышанһаң да, ышанмаһаң да һөйләйем әле. Бер көн бахмурҙан ныҡ ауырығас, тағы шуға барҙым. Аҡса юҡ, үтескә бирмәй. Эй инәләм, әй юхалайым, юҡ инде. Ахырҙа сығып китергә булғайным, еңемдән тартып туҡтатты. "Баш төҙәткең киләме?" "Һуң, килә шул, килә! Күрмәйһеңме һуң, үлеп барам". "Ә мин һине ҡотҡара алам". "Йә һуң, күп тә кәрәкмәй, берәй эшкәлник кенә ҡойоп бир ҙә". "Эшкәлник түгел, бер ярты бирәм, түлкә минең менән бер ергә барып киләһең". Минең күҙҙәр янып китте, хәҙер мин инәлтәм: "Барам, барам, хоть ер сигенә, но, бер-ике рюмка ҡойоп бир". З. йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләп ебәрҙе, бер-бер артлы ике рюмка көмөшкә һалып бирҙе. Мин ҡалтыранған ҡулдарым менән йәһәт кенә тәүге рюмканы бушаттым. Әҙерәк эскә йылы ингәндәй булды. Но, баш сатнап ауырта. Хужабикәгә буш рюмкамды этәм. Ул тағы һаһыҡ шыйыҡсаһын һалып бирҙе. Быныһы ла тәүгеһе янына шул уҡ тиҙлектә инеп ятты. Донъя түңәрәкләнде, шулай ҙа алдымда ултырған бисәнең йомошон оноторлоҡ хәлдә түгелмен. Шул арала ул: "Йә, нимә йәйелдең, тор, киттек", - ти. Шул урында мин үҙбаһамды күтәрмәк булып: "Тағы бер рюмка ҡойоп бирмәһәң, һинең менән бер ергә лә бармайым", - тием. Теге бисә лә яһил. Мине генә түгел, барлыҡ тоҡомомдо эттән алып эткә һүкте лә, шулай ҙа бер рюмка тағы ҡойоп бирҙе. Был юлы өсөнсө рюмканы яйлап эстем, өҫтәлдән бер - ике ҡатҡан икмәк тә алып ҡаптым. Шул арала хужабикә ҡабаландыра башланы. Мин туңҡанлай-туңҡанлай артынан эйәрҙем. Ҡап-ҡараңғы төн, күҙгә төртһәң күренмәй тигәндәре ошолай булалыр инде. Етмәһә, төн өшәнес, һыуыҡ. Бына икәүләп ауыл урамынан барабыҙ. Унда-бында эттәр абалап сыға, ҡайҙалыр кеше тауыштары ишетелеп ҡала. Беҙ аллы - артлы эйәртенешеп һаман атлайбыҙ. Бына ауыл да артта ҡалды. Ҡайҙа барғанды ла белгән юҡ, теге бисә артынан алпан - толпан атлайым. Миңә ней нимә?! Баяғы эскән башҡа сыҡты, донъя түңәрәк, миңә тимәһә хет ер сигенә алып бармаймы. Тик, өйҙән сығыр алдынан һалып алған, баяғы башланған көмөшкәне генә бирергә онотмаһын. Ә тәк, барырға икән барырға, уговор дороже денег. Ауыл урамын сыҡҡас, шоссе юл аҫтынан атлай башланыҡ. Былай йыраҡ барыу шомландыра башланы. Нисек кенә иҫерек булһам да, күңелде ҡурҡыу биләне. Яйлап арттараҡ ҡала башланым. Туҡтап мине көтә лә, әрләй - әрләй йәнәш атлата башланы был мине. Тыңлаулы быҙау һымаҡ, танауҙы мырш - мырш тартып янынан атлайым. Бына бер заман ауыл ҡыйлығы янынан үтәбеҙ. Һаман булһа ҡайҙа барғанымды белерлек хәлдә түгелмен. Һорауым да яуапһыҙ ҡала. Миңә баш баҫып эйәреүҙән башҡа сара ҡалмай. Бына минең иң ҡурҡҡан урыным - ауыл зыяраты. Уның янынан ҡап - ҡараңғы төндә түгел, көндөҙ үтеп йөрөүҙе күҙ алдына килтерә алмайым. Ярай әле зыярат ауылға яҡын түгел. Янынан үтеп, икенсе ауылға барабыҙҙыр тигән уй үтте баштан. Юҡ икән, уйым дөрөҫләнмәне. Туп - тура зыярат ҡапҡаһына бара был. Бына ныҡ итеп сырмап бәйләнгән ҡапҡаны асты, иң алда эскә мине индерҙе, артымдан үҙе инде. Аяғымды саҡ шылдырып алға атлайым. Баяғы эскән генә нәмәм баштан сығып бөттө. Кемдәндер ишеткән доғаларҙы иҫкә төшөрөргә тырышам. Исамаһам, бер доға иҫкә төшһәсе. Шулай ҙа, "бисмилла, бисмилла", тип йыш ҡабатлайым. Эйәртенешеп ҡәберлектәр араһында йөрөйбөҙ. Уң да ла, һул
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 301
- ER
- 1,1%
- Реакции
- 14