Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. Уф, туй күлдәге мажараһы иҫкә төштө, 90-сы йылдың башы бит инде, кибеттәрҙең кәштәләре буш, кейем юҡ, аҙыҡ юҡ, шурт юҡ, ҡайҙа етте шунда сират, йәшлек үҙенекен итә, шул ауыр заманда кейәүгә сығырға булдым. Туй күлдәге юҡ, булһа ла ҡыйбат булды микән, ни булһа ла кешенән алып торорға булдым. Әә, иҫләнем, туй күлдәге салондарҙа булды шикелле, ирем яғы бәхәс ҡуптарырға яратыусы ине, туй күлдәген беҙ алып бирәбеҙ, ә һеҙ беҙҙең яҡҡа кейәүгә костюм салбар алып бирегеҙ тип ҡырҡа ҡарар сығарҙылар, хе (бының турала сер булды) . Да ну нафиг тинем дә, бер ултырып ҡына ( старая дева тип әйтәләр) кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың күлдәген алырға булдым, прокатҡа. Ул ҡыҙ ғаиләһендә ҡәҙерле генә ине, туй күлдәге өсөн махсус Мәскәү һынлы ергә барып килде, ул ваҡыттағы хаҡ буйынса ҡыйбааат хаҡҡа эй матур күлдәк алып ҡайтты, туй фотоһын күргәйнем. Ауылдың икенсе осонда алыҫта йәшәһәләр ҙә киттем шуларға ( беҙҙең ауыл ҙур). Ҡыҙыҡмын инде , хәҙер иҫләһәм үҙемдең иҫем китә, ҡайһылай яман булғанмын, ағайым базала эшләй ине, шунан ул ваҡытта ҡытлыҡ кисергән араҡылар алып ҡайта ала ине (по блату) , тәк бына шул араҡыларҙан ике шешәһен һалып алдым да киттем. Бирегеҙ инде зинһар миңә берр генә көнгә туй күлдәген тим Әсәһенән һораным, һүҙемде кире йыҡманылар, шулай итеп туй күлдәген бер литр араҡыға алып кейҙем туйыма . Бына тиҙҙән 28 йыл була, октябрь айының 12-һе ине, эйй тышта көн сыуаҡ, матур булды, йәйме ни, ә мин туй күлдәгендә тышта өйрөлөп йөрөп бейейем !.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 341
    ER
    2,8%
    Реакции
    37