Пост канала
Хәйерле көн. Был яҙманы уҡығанда ҡайһы бер кешеләр: «Юҡтан буҡты яһай», —тип әйтер инде. «Ҡыҫыр хәсрәт», — тип әйтер бәлки. Тик улай ҙа яҙам, хоть күңелем бушар. Был йыл бала алып ҡайттым. Бәпәйләгәс үҙем дә, бала ла ауырып, больницала оҙағыраҡ та яттыҡ (минең өсөн был ауырлылыҡ ауыр ине, ғүмергә ҡурҡыныс янағанын да алдан әйттеләр). Шулай ҙа сыҡтыҡ иҫән-сау рәтләнеп, Аллаға шөкөр. Күңел бит инде ирҙән рәхмәт көтә (үҙе бик һорап тигәндәй көткән балаһы, үҙенә бик ошаған йөҙ ҡиәфәте баланың). Ябай ғына һүҙ бит инде: «Рәхмәт, йәнем, балабыҙ өсөн», — тиһә, күңел булыр ине. Подарктар биреү юҡ инде, унһына хатта өмөт тә итмәйем. Оло балаларға ла әйткәне булманы инде. Был юлы түҙмәнем, әйттем: «Ниңә рәхмәт тә әйтмәйһең?» — тип. «Ниңә әйтергә ти? Бергә хәл иттек алып ҡайтырға. Уның өсөн рәхмәт әйтәһе ҡалғанмы?» — ти. Бына һин 9 ай буйы күтәр, алып ҡайт. Минең ир өсөн бала табыу магазинға сығып берәр продукты алып ҡайтыу менән бер итеп күрә. Анонимно.
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 494
- ER
- 0,9%
- Реакции
- 14