Пост канала
Хәйерле көн, серҙәштәр! Бына һеҙҙе әҙерәк көлдөрөп алайым әле тим. Кисә апайымдың ҡыҙҙы килде , УЗИ үтергә. Хәҙер мине үҙе менән алып барҙы, әйҙә бер үҙем йөрөйһөм килмәй тине. Барҙыҡ ваҡыт менән булғаста көтөп ултырабыҙ икәүләп, саҡырҙылар инеп китте. Ултырам көтөп коридорҙа, шул саҡ иптәшем шылтырата, мин әйтәм шул ерҙә туғандың сыҡҡанын көтәм тинем. Бер нисә көн элек әйткән инем, УЗИ үтергә ҡуштылар барырға кәрәк быныһы үҙем турында. Туғандын телефоны шылтырай кейәү баҡтыны ниһәң, уға әйтәм УЗИ эшләтергә инде, хәҙер сығар, килеп алам тигәс әлбиттә килеп ал тинем. Туғаным сыҡты ҡыуанып бәпес көтәләр икән, ә кейәү белмәй. Көтөргә ҡуштылар хәҙер яҙып печатать сығарырҙар тине. Шулай ҙа туғаным миңә оҡшаған төҫкә, сәсе минең төҫтә, очки кейә тартым. Иптәшем килеп етте, өсәүләшеп ултабыҙ туғаным хәҙер киләп тием китеп барҙы.Кейәүҙә келеп етте, ултырһаҡ өсәүләшеп теге УЗИ кабинетынан бер ҡыҙ сығып ҡағыҙҙарҙы миңә һоноп, ҡотлайым һеҙҙе иҫән- һау бәпесте табып алығыҙ тимәһенме минем ирҙең күҙҙәре, ә кейәү кеше аптырашта ҡалып миңә ҡарайҙар . Мин әйтәм рәхмәт һеҙгә, Әмин шулай ғына булһын тинем кереп киткәс көлөп ебәрҙем түҙмәнем. Кейәү әйтә, вот вы даёте ҡотлайым һеҙҙе тип әйтә, шул саҡ туғаным килеп етте лә эштен нимә лә икәнен аңлап эх, һин ҡотлайым буласаҡ атай тип көлөп ебәрҙе. Минем иптәшем әйтә, аптырап киттем, ә эстән ҡыуаныс ниндәйҙер солғап алды тине. Беҙҙең балалар үҫкән инде. Бына шулай, эх серҙәштәр иҫән- һау булайыҡ, беҙ балалар өсөн, ә балалар беҙҙең өсөн йәшәһендәр. Аллаһы Тәғәлә бәхет, именлек һәм тыныслыҡ бирһен барыбыҙға .
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 397
- ER
- 4,5%
- Реакции
- 63