Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. "Мулланың әсенеүҙәре" Әссәләмәғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ. Был яҙманы "Мулла әсенеүҙәре" тип атарға булдым. Сөнки выҡыты-ваҡыты менән ошо йә башҡа төркөмдәрҙә имам, дин әһелдәренә ҡарата әсенеп, үпкәләү яҙмалары баҫыла. Физикалағы "Һәр бер баҫымға ҡаршы баҫым була" тигәндәй, мин дә имам булараҡ ябай халыҡҡа ҡарата үҙемдең әсенеүҙәремде яҙырға булдым. Иң беренсе "Мулла башың менән бында нимә ҡарап яҙып ултыраң" тиеүселәргә яуап: Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм дин тәғлимәттәрен ябай халыҡҡа ҡәғбә эргәһендә лә, баҙарҙар эсендә лә аңлатҡан. Яҙмам оҙон йә ҡаты булһа үпкәләмәгеҙ нисек бар шулай яҙам. 1."Мулла аҡса таптыра" Йыш ошо хәлде ишетергә тура килә. Был хәлдә үҙебеҙ ғәйепле. Муллаға аҡса биреп, шаштырып өйрәткәнбеҙ. "Гүр хәйере", "Ҡөръән сығарыу" һәм башҡаһы тип Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аҡса таптырып йөрөмәгән һәм бындай нәмә динебеҙҙә төптән юҡ. Шуны халыҡҡа аңлатырға күпме тырышам, юҡ ай-вай ҡуймай "хәҙрәт был бит йола" "ата-бабаларыбыҙ шулайтҡан" тип көсләп кеҫәгә аҡса тығалар. Үҙегеҙ шулай мулланы шаштырғас, әлбиттә аҙаҡ "такса",хаҡ ҡуйыуҙар китә. 2. "Элек эсеп йөрөнө лә, хәҙер эскеһен ташлап мулла булып, әллә кем булып аҡыл өйрәтә" Ошо һүҙҙәр шулай уҡ йыш ишетелә. Хөрмәтле йәмәғәт, спортсмендың ярышта нисек старттан сығып китеүе мөһим түгел, ә нисек һәм ниндәй хәлдә финишҡа килеп инеүе мөһим. Был тормош шулай уҡ, ниндәй хәлдә, ниндәй ғәмәлдәр менән үлеүебеҙ күпкә хәйерле. Әйе, кеше үткәнендә эскәндер, урлашҡандыр әммә бит ул шул нәмәләрҙән тәүбә ҡылған. Бәлки ул кеше көнө-төнө шул насар эштәре өсөн тәүбә ҡылып Аллаһ алдында илайҙыр. Һәм ошо үҙенең юлын башҡалар ҡабатламаһындар өсөн теләп кәңәштәр әйтәлер. Хәҙистә әйтелгәнсә "Бар Әҙәм балалары хаталаныусан, әммә хаталаныусыларҙың иң яҡшылары Тәүбә ҡылыусылары". Шулай уҡ Аллаһ Ҡөръәндә әйтә "...арағыҙҙан яҡшыға өндәүселәр булһын...." Бер ағай эске ауырыуы менән ныҡ яфаланды, әммә үҙендә көс табып намаҙға баҫып, эскеһен ташлағайны. Әммә күп үтмәй артынан "ана мулла булып китте" "ана үҙен әллә кем итергә уйлай" тигән кеүек әсе һүҙҙәр атыла башланы. Был ағай ошо әсе һүҙҙәр уҡтарына биреште, аптырап кире эскегә төштө... Өйө янды. Бына ошондай кеше йәшәйем, төҙәләм тип тырышҡан хәлдә ниңә уны ҡеүәтләмәҫкә икән, нишләп кешегә был упҡындан сығырға ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа инде. Яҡ, киреһенсә батырырға, баҫырға кәрәк, аптырайым үҙебеҙҙең халыҡҡа. 3. "Унда кем барып ҡайтҡан" Ҡай саҡ аятҡа саҡыралар. Аят уҡыйым, уҡыған ваҡытта аят тыңлар урынына ҡай-бере гәпләшеп хәбәр һата. Аят уҡып тәфсирен, мәғәнәһен һөйләй башлаһам өй хужаһы йә башҡа берәйһе "унда кем барып ҡайтҡан, кем белә" тип фәлсәфә һата. СүбхәнАллаһ, аят тип үҙең саҡырҙың бит, үҙең ҡул күтәреп доға ҡылған булып ултыраң. Әхирәт, Аллаһҡа ышанмағасһың ниңә бында ултыраң, имамдың аят уҡығанын һанға һуҡмай хәбәр һатып ултыраң. Ниңә мулланың ваҡытын алып йөрөйһең? Хөрмәтле йәмәғәт, Аллаһҡа ышаныу тулы кимәлдә була йә һис булмай, өсөнсө юл юҡ. 4. "Аллаһҡа ышанам әммә намаҙ уҡырға ваҡытым юҡ" Мәсеткә намаҙға китеп барам, урамда бер өйкөм ауыл ирҙәре тора. Яндарына килдем, әйтәм:"Ағайҙар, апалар ауыл тотҡалары ирҙәр булырға тейештәр, бына һеҙ аҡһаҡал булараҡ ирҙәр, әйҙәгеҙ мәсеткә барайыҡ, хаҡ юлға баҫып, йәштәребеҙгә, ғәйләләребеҙгә матур өлгө күрһәтәйек. Юҡһа минең бер үҙем генә йөрөүҙән, тырышыуҙан файҙа бик әҙ" Апалар әйтә:"Ҡустым Аллаһҡа ышанабыҙ әммә намаҙ уҡырға ваҡыт юҡ, ваҡыт еткереүе ауыр бит" Ярар мәсеткә киттем, намаҙ уҡыным, намаҙҙан һуң әсәй йортона эш менән булышырға барҙым, унда сәғәттән ашыу булдым. Кире ҡайтып киләм, теге намаҙға 5 минут та тапмаған ир уҙамандар һаман шул урында торалар ине. 5. "Мәсеткә йөрөр инем, әммә ундағы мулла миңә оҡшамай" Ҡиәмәт көнө мулланың ниндәй булыуы-булмауы һинән һоралмаясаҡ, ә һин үҙең ниндәй булыуың һораласаҡ. Аллаһ Ҡөръәндә әйтә:"...уларҙың тапҡаны(ҡылғандары) үҙҙәре өсөн ә һеҙ тапҡан үҙегеҙ өсөн..." 6."Аллаһҡа күңел менән ышанам, уны яратам миңә шул да еткән" Хөрмәтле ҡатындар, мәҫәлән иргеҙ бер көн ҡайтты ла әйтә икән ти:"Ҡәҙерлем мин һине күңелем менән

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 342
    ER
    2,5%
    Реакции
    34