Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. Анон.Һаумыһығыҙ! Доға көсө тураһында. Ниндәй генә хәлгә осраҡта уҡыһаҡ та доға көсө менән ҡотолорға була. Аллаһы Тәғәләгә доғалар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бала саҡта ҡолап китһәк тә бер еребеҙ ауыртһа ла өләсәйҙәребеҙ, инәй - олатайҙарыбыҙ доға уҡып өшкөрөп ебәрһә йунәлә лә китә торған инек. Бер көнө шулай бер туҡтауһыҙ арпа сығып ыҙалатыуы, үҙәккә үтеп һыҙлауы бик ҡыйын ине. Әсәйем бер инәйгә алып барҙы, инәй доғалар уҡып бик оҙаҡ өшкөрҙө, үҙе өшкөргән саҡта иҫәнәп - иҫәнәп йоҡлап китте. Шул өшкөрөуҙән икенсе көнөнә шәбәйеп киттем бына бит доға көсө!Бер мәл иген баҫыуында янғын сығып китә, ут шул тиклем көслө була, һыу һибеп тә, һуҡҡылап та, ҡом һибеп тә ҡарайҙар һундерерлек түгел, тағы ла көсәйә. Аптырағас тирә яҡтан муллалар килеп етә. Бөтәһендә ситкә китергә ҡушып, өшкөрөп, доғалар уҡып, япраҡлы ағастың ботағы менән һыпырып утты туҡтаталар. Шунан нисек ышанмайһың инде Хоҙай ҡөҙрәтенә, доға көсөнә. Яман эттәргә, йыртҡыс хайуандарға ҡаршы уҡыла торған доға бар :"Әгузу билләһи минәш шайтанир раджим, бисмилләһир рахмәнир рәхим" тип әйтергә кәрәк". Күңелебеҙҙә Аллаһы Тәғәләгә ышаныу булһа, телебеҙҙән доға төшмәһә, тормошобоҙ ҙа бәрәкәтле, матур булыр Аллаһ бирһә!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 377
    ER
    4,7%
    Реакции
    65