Пост канала
Кисәге минең менән булған хәлде яҙып үтергә булдым, һаман да көләм дә көләм. Эштән ҡайтып киләм - бер ҡулда ат башы ғына һыймаған елле генә сумочкам, икенсеһендә - пакет. Артта тауыш ишетәм - бынауҙың аяғы ҡалай кәкере Егет тауышы. Эээй йән көйҙөөө, ищеү арытылған бит инде. Шып туҡтаным да әйләнеееп китеп тороп сумочкам менән өйрөлтөп тороп бааар көскә һелтәндем тегегә Теге егеттең как раз башына эләкте бит әй (сумкамдың ситтәре тимерле килеп тороп) Эргәһендәге дуҫына тотоноп саҡ тороп ҡалды йығылмай. Хатта йәлләп ҡуйҙым. "Женщина, вы что?" - тей дуҫы. "Күкәйең һау булһын тиһәң, дуй отсюда", - тип бар көсөмә үкерҙем хатта тегеләргә. Әлдә тауышым көр генә. Дуҫы тегенең ҡулынан тарта, ә ул в шоке, ҡымшанмай ҙа. Ныҡ шаңҡыртҡаным инде. "Что с вами?", - тип һорай иптәше минән таҫрайған күҙҙәре менән. "Аяҡтарым кәкре булһа ла бына тигән ҡатынмын, өс бала әсәһемен", - тейем, ни әйтергә белмәй. Үҙем уйлайым, аяғым бер ҙә кәкере түгел дә инде, что это я Улар йылмая башланы: "Апай, беҙ анау ҡыҙҙы һөйләп килә инек, һеҙ яңылыш уйланығыҙ"- тейҙәр Оялышымда ни эшләргә лә белмәй, тегеләргә: "Икенсе ауыҙығыҙҙы үлсәп асығыҙ, үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙан көлмәгеҙ", - тип аҡырҙым. Тегеләр шәп итеп атлап китеп тә барҙы. Кисәнән бирле сығырға ҡурҡып өйҙә ултырам Берҙән шәп иттем - ҡыҙҙарҙан көлмәһендәр, кемдеңдер һөйгәне, әсәһе буласаҡ кешенән тейем. Икенсенән, башта нимә тураһында икәнен белмәй тороп ҡыҙмаҫ кәрәк тә инде (ә мин шунда ваҡытта күп уйлай торған кеше түгел, һабаҡ булды миңә) Егеттәр, таныһағыҙ үҙегеҙҙе, ғәфү итегеҙ, яңлышлыҡ булды.ъ ысын Һаулығығыҙға зыян булмағандыр тип ышанам
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 416
- ER
- 3,2%
- Реакции
- 46