Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. Аноним рәүештә сығарығыҙсы. Бер һорау менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм, башым ҡатты инде. Үҙем ғүмер буйы кешеләр менән артыҡ ҡосаҡлашып, йәбешеп йөрөүҙе яратмайым. Һәр кемдең үҙенең шәхси сиктәре була бит инде. Ә бына ҡәйнәм менән осрашҡанда һәм хушлашҡанда гел бер проблема килеп сыға. Ул һәр күргән һайын өҫтөмә ябырылып, ныҡ итеп ҡосаҡлай һәм биттәрҙән үбергә тотона. Шул мәлдә миңә шул тиклем ҡыйын һәм күңелһеҙ булып китә, тиҙерәк ысҡынып, ситкә китке килә. Был уны хөрмәт итмәүҙән түгел, холҡом шундай — артыҡ яҡын физик бәйләнеште күтәрә алмайым. Бер-ике тапҡыр ситкәрәк тайпылып, һалҡыныраҡ ҡына иҫәнләшеп ҡарағайным, ул шунда уҡ үпкәләп, йөҙөн һытып ҡуйҙы. Ирем дә әсәһе яғында: «Ҡыланма инде, нимә булған ҡосаҡлаһа?» — тип мине ғәйепләй. Хәҙер улар янына барыу үҙе бер проблемаға әйләнде. Ҡәйнәмдең күңелен төшөрмәйенсә, тауыш-ғауға сығармай ғына был ҡосаҡлашыуҙарҙан нисек ҡотолорға була? Һеҙҙең арала ла шундай нәмәләрҙе өнәмәгән кешеләр бармы? Әллә мин генә артыҡ ҡабул итәмме?

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 279
    ER
    0,2%
    Реакции
    3