Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. Йондоҙнамә (14–20 сентябрь) Ылаҡ ( 22.12 – 20.01) Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар үтә яй барған һымаҡ тойолор. Һәр осраҡта ла уларҙы ашыҡтырмаҫҡа ҡушыла. Аралашыуҙа ҡайсаҡ ҡыйынлыҡ кисерерһегеҙ. Шаршамбыла һеҙҙе тәнҡитләүҙәре лә мөмкин, түҙемлек күрһәтегеҙ. Һыуғояр ( 21.01 – 19.02) Шишәмбелә кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдерер кеүек. Был хәл әллә ни зыян килтермәҫ, ләкин кәйефегеҙҙе ныҡ ҡына боҙор. Шаршамбыла бәғзеләр етди ҡаршылыҡҡа осрар. Кәрәк саҡта ярҙам табыуы еңел булмаҫ. Балыҡ ( 20.02 – 20.03) Мәл тыныс һәм ашыҡмай эш итеү өсөн уңайлы. Был арала эшлекле һөйләшеүҙәр файҙалы һәм өмөтлө үтер. Матди ҡыйынлыҡ кисергәндәрҙең хәле ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кемдер өҫтөмә килем алыу юлдарын табыр. Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04) Тормошоғоҙҙоң ыңғай яҡҡа үҙгәргәне асыҡ беленер. Йондоҙҙар киләсәккә маҡсаттарығыҙҙы әлегә белдермәҫкә ҡуша. Кесе йомала төп эшегеҙгә ҡағылған яңылыҡ ишетеүегеҙ бар. Был арала уйламаған аҡса килер. Буға ( 21.04 – 21.05) Мәл күптән уйығыҙҙа булған маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн ҡулай. Был арала һеҙгә бер ни ҙә ҡамасауламаҫ, ҡыйынлыҡтар ҙа көтөлмәй. Һәр хәлдә алға табан етди аҙым яһарһығыҙ. Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06) Был көндәрҙә ниндәйҙер рәсми ойошманан яуап алыуығыҙ бар. Ул мотлаҡ ыңғай булмаһа ла, һеҙҙе борсоған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерер. Бәғзеләр элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Аҡса менән һаҡ булығыҙ. Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07) Был арала яҡын кешеләр ҙә аралашыуҙа ҡыйынлыҡ кисерер. Ҡайсаҡ хәл үпкәләшеүгә тиклем барып етер. Йондоҙҙар был көндәрҙә етди мәсьәләләрҙе тикшереүҙе тыя. Арыҫлан ( 24.07 – 23.08) Аҙна араһында аҡса-милек мәсьәләләре менән үтә һаҡ эш итергә кәңәш ителә. Бурысҡа аҡса алмауығыҙ хәйерле. Әгәр үҙегеҙ үтескә бирһәгеҙ, уны бик оҙаҡ көтөргә тура килер. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, күберәк ял итергә тырышығыҙ. Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09) Дүшәмбелә уйламаған эш менән булышырһығыҙ. Беыл хәл бер аҙ күңелегеҙҙе ҡырыр, моғайын. Борсолор өсөн башҡа сәбәптәр булмаҫҡа тейеш. Осор уҡып йөрөгәндәр, фән менән булышҡандар өсөн уңышлы. Үлсәү ( 24.09 – 23.10) Иң яуаплы эштәрегеҙҙе шишәмбе һәм шаршамбыға күсереүегеҙ файҙалыраҡ булыр. Әүҙемлегегеҙҙе күрерҙәр һәм онотмаҫтар. Бәғзеләр бик тиҙ өмөтлө тәҡдимдәр ҙә алыр. Аҙна аҙағына күптәрҙе ниндәйҙер күмәк сараға саҡырырҙар. Саян ( 24.10 – 22.11) Был арала ҡыйынлыҡтарға йыш осрарһығыҙ һымаҡ. Ҡайсаҡ ярҙам эҙләргә лә тура килер. Дөйөм эшкә бөтөнләй уйламаған кешеләрҙе лә йәлеп итерһегеҙ кеүек. Йомалағы яңылыҡ мотлаҡ ҡыуандырыр. Уҡсы ( 23.11 – 21.12) Шишәмбелә үтә иғтибарлы булыуығыҙ мөһим. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе яҡындарығыҙҙың дөрөҫ аңламауы ла ихтимал. Ерле-юҡтан кәрәкмәгән бәхәстәр ҙә килеп сығыр. Йомалағы икеләнеүҙәрегеҙ оҙаҡҡа бармаҫ. ӨМӨТБАЙ.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 266
    ER
    0,9%
    Реакции
    11