Перейти к содержимому

Пост канала

Икәү генә белер серҙәр бар
  1. ндар кеше ҡиәфәтенә лә инә аламы? – Мин һеҙгә үҙемдең өләсәйемдең әсәһе менән булған хәлде һөйләйем. Ул кендек әбейе булған. Бер ваҡыт яҡшы тарантаста яҡшы ғына кейенгән бер кеше килеп, бер ҡатынға бала таптырырға кәрәк, тигән. Әбейгә күҙен йоморға ҡушҡандар, шунда ул уларҙың ен булыуҙарын белеп ала, сөнки аяҡтары ат тояғы кеүек ине ти. Бик тиҙ арала уны бер мунсаға алып килгәндәр. Ен ҡатыны ләүкәлә ята икән, ти. Әбейгә ҡулын йыуырға һыу кәрәк бит, ләкин һыу юҡ. Мунсалағы һыуҙы аса алмайҙар, сөнки бисмилла әйтеп ябылған. Бер ен, бына шундай бер кешенең баҙында бисмилла әйтмәйенсә ябылған һөт бар, тип әйткән һәм уны алып килә. Әбей, әллә төшөммө был, әллә өнөммө был тип, балдағын һөт һалынған сүлмәккә төшөрөп ҡалдыра. Әбейҙе өйөнә алып ҡайтып ҡуялар, бер кемгә бер ни ҙә әйтмәҫкә ҡушалар. Икенсе көндө ул киленен һөтлө сүлмәктең хужаһына ебәрә. Минең балдағым шунда булырға тейеш, тип әйтә. Ысынлап та балдаҡты шунан табалар. Сихырҙан нисек һаҡланырға? – Һеҙ үҙегеҙҙә өшкөрөү һәләтен нисек астығыҙ? – Бер ваҡыт эшкә барырға тип урамға сыҡтым, подъезд төбөндә кешеләр йыйылып тора. Барып ҡараһам, бер кеше ята, ауыҙынан күбектәр сыҡҡан, ҡалтырана. Ҡулымды күкрәгенә ҡуйҙым да, «Аятүл-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡығас, ул һикереп тороп китеп барҙы. Шунан һуң мәсеткә туғандары бер ҡыҙҙы алып килде. Ул ишеккә йәбешкән дә әллә ниндәй тауыштар сығарып үкерә, мәсеткә инәһе килмәй икән бының, ене индермәй. Мин уларҙың өйҙәренә үҙем барҙым. Доғалар уҡый башлағас, әллә ниндәй яман тауыштар сығарҙы һәм шунан һуң тынысланды. Төштә лә күрҙем, унда, йәнәһе, өшкөрәм икән, шунда ендәрҙең сыҡҡандарын күрҙем. – Һеҙҙеңсә, ауырыуҙарҙың да сәбәбе ендән булып сыға түгелме? – Яман шеш, йөрәк, шәкәр ауырыуы шуларҙан. Шеш ен ултырған урында башлана. – Күҙ тейеү, сихырҙан нисек һаҡланырға? – Һәр ваҡыт бисмилла әйтеп йөрөргә кәрәк. Өйөнән бисмилла әйтеп сыҡҡан кешене 70 мең фәрештә һаҡлап йөрөр. Аллаһы Тәғәлә уларға, был кеше юлын Миңә тапшырҙы, уны өйөнә ҡайтып еткәнсе һаҡлағыҙ, тип әйтә. Ишектән сыҡҡанда ла, өйгә ҡайтып ингәндә лә, телефондан һөйләшә башлағанда ла бисмилланы әйтегеҙ. Телефон тигәндәй, хәҙер социаль селтәрҙәргә фотоһүрәттәрен эләләр. Шунан күҙ тейә, шуны ҡулланып боҙом эшләргә мөмкиндәр. Фотоны ҡәбергә күмәләр ҙә, кеше һарғая башлай. Өйҙә фотолар эленеп торорға тейеш түгел. Ундай йортта фәрештәләр булмай. Һәр саҡ тәһәрәтле йөрөгөҙ, Аллаһы Тәғәләне зекер итегеҙ, намаҙ уҡығыҙ. Һоҡланып ҡарағанда, сөбханалла һүҙен әйтегеҙ. Шәриғәт ҡушҡанса кейенегеҙ, был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Йоҡлар алдынан ҡулдарығыҙҙы күтәреп, өс тапҡыр «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс»-те уҡып, тәнегеҙҙе һыпырығыҙ, шул рәүешле шайтандарҙан һаҡланырһығыҙ. Иртә-кис түбәндәге доғаны уҡығыҙ: «Ләә иләәһә иллалааһу үәхдәһү ләә шәрикә ләәһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәләә күлли шәй-иң ҡадир!» («Аллаһынан башҡа илаһ юҡ. Уның иптәше һәм оҡшашы юҡ. Мөлкәт – Уныҡы, маҡтау ҙа Уға хастыр. Уның һәр нәмәгә көсө етә!»). (Эта запись написана автором Назир Сабитов

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 260
    ER
    2,9%
    Реакции
    37